Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХАЛЫҠ ТЕАТРҘАРЫ

Просмотров: 1378

ХАЛЫҠ ТЕАТРҘАРЫ, 1) халыҡта ауыҙ-тел ижады м-н органик рәүештә бәйле булған формаларҙа йәшәп килгән театрҙар. Башҡорттарҙа театрлаштырыу элементтары баҡсы, шаман башҡарған магия акттарында (ҡара: Ҡамлау, Шаманлыҡ), һуғыш ритуалдарында, төрлө йолаларҙа (ҡара: Бала тыуыуға бәйле йолалар, Ер эшкәртеүгә бәйле йолалар, Мосолман йолалары, Туй йолалары), байрамдарҙа (ҡара: Һабантуй, Ҡарғатуй, Ҡорбан байрамы, Кәкүк сәйе, Мосолман байрамдары, Нардуған, Науруз), ш. уҡ халыҡ бейеүҙәрендә осрай. Проф. сәхнә сәнғәте үҫеше осоронда Х.т. театрҙың классик формаһы м-н ҡушыла һәм башҡорт театрының күп үҙенсәлекле художестволы һыҙаттарын билдәләй. Реж. һәм драматург Ғ.Тимеров, актёрҙар Б.Ә.Йосопова, Ғ.Ғ.Ушанов, ҡурайсы Й.М.Иҫәнбаев, йырсы Ғ.С.Әлмөхәмәтов һ.б. халыҡ театры һәм халыҡ башҡарыу сәнғәте эстетикаһын йөрөтөүсе була.

2) Башҡортостан халыҡтарыныңтеатр үҙешмәкәрлеге үҫешенең иң юғары формаһы.

“Халыҡ” исеме мәҙәниәт йорттары һәм һарайҙары (ҡара: Мәҙәни‑ял учреждениелары) эргәһендәге даими эшләгән труппаһы, идея һәм художество йәһәтенән камил репертуары булған иң яҡшы үҙешмәкәр театр коллективтарына, “өлгөлө” исеме балалар коллективтарына бирелә. Респ. беренселәрҙән булып “халыҡ” исемен 1959 й. Минһажев Ғ. исемендәге Ҡыйғы башҡорт халыҡ театры, Яңауыл татар халыҡ, Калинин М.И. исемендәге мәҙәниәт йорто эргәһендәге урыҫ халыҡ, Октябрьский ҡ. мәҙәниәт һарайының урыҫ халыҡ театрҙары яулай. БР-ҙа 130 театр “халыҡ”, 71 — “өлгөлө” исемен йөрөтә (2018). Иң эре Х.т.: Ауырғазы халыҡ театры, Баймаҡ башҡорт халыҡ театры, Борай татар халыҡ театры, Бөрө халыҡ ҡурсаҡ театры, Ғафури башҡорт халыҡ театры,“Дефицит”, Шишмә татар халыҡ театры; балалар театрҙары – “Аҡбуҙат”, “Турғай” һ.б. “Алтын тирмә – Золотая юрта” (1997 й. алып; 3 йылға 1 тапҡыр), “Театраль рампа” (“Театральная рампа”) Асыҡ респ. театр коллективтары фестивале (2002 й. алып), “Ҡыңғырауҙар сыңлауы” (“Перезвон колокольчиков”) балалар муз. театрҙары фестивале­конкурсы (2008 й.алып; 2 йылға 1 тапҡыр) һ.б. үткәрелә.

Әҙәб.: И н а н А. Шаманизм тарихта һәм бөгөн. Өфө, 1998; С а и т о в С.С. Начальные формы театра в башкирском народном творчестве //Фольклористика в Советской Башкирии. Уфа, 1974.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019