Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“НЕФТСЕ”, мәҙәниәт һарайы (Өфө ҡ.)

Просмотров: 997

“НЕФТСЕ”. 1981 й. “Башнефть” ПБ‑ның Техника йорто булараҡ асыла, 1995 й. “Н.” исемен ала, 2008 й. Өфө ҡ. “Нефтсе” мәҙәниәт һарайы, 2014 й. “Башҡортостан” дәүләт концерт залы. Ҙур (855 урынлыҡ), бәләкәй (213), камерный (86), тамаша залдары, конференц‑залы, хореография һәм хор кластары, репетиция залы, тауыш яҙҙырыу студияһы бар. Мәҙәниәт һарайында 14 үҙешмәкәр сәнғәт ижады коллективы һәм 2 ҡыҙыҡһыныу буйынса клуб эшләй: “Поколение” ветерандар хоры (1997, 2003 й. алып “халыҡ” исемен йөрөтә; етәксеһе И.С.Сахарова), “Ассоль” балалар вокаль‑хореография ансамбле (1997, 2009 й. алып “халыҡ”; етәксеһе — БР‑ҙың мәғариф отличнигы С.В.Андреева), “Гранде” ритм‑балеты (1991; етәксеһе А.Ф. Кондратьева), “Шаян” халыҡ бейеүе ансамбле (1997, 2009 й. алып “халыҡ”; етәксеһе БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Э.Ә.Ғәббәсова), “Своими ногами” заманса хореография студияһы (1994, 2009 й. алып “халыҡ”; етәксеһе С.К.Андриянов), “Вираж” бал бейеүе ансамбле (1995, 2009 й. алып “халыҡ”; етәксеһе Ә.Ә.Саттарова), “Ренессанс” (1994, 2009 й. алып “халыҡ”; етәксеһе А.А.Родионов), “Мечте навстречу” бейеү театрҙары, П.А.Шеин ис. “Третье поколение” театры (1981, 1985 й. алып “халыҡ”; етәксеһе — БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Ю.Г. Стульников), “Арлекино” балалар театр студияһы (2010; етәксеһе — БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре А.И.Овчинникова) һ.б. “Башҡортостан” концерт залында йыл һайын “Һылыуҡай” Респ. башҡ. гүзәлдәре конкурсы (1992 й. алып), “Башҡортостан аҫылташтары” (“Са‑ моцветы Башкортостана”; Респ. халыҡ ижады фестивале (1995 й. алып), “Башҡорт йыры” Респ. халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы (2010 й. алып), БР‑ҙың, ТР‑ҙың проф. башҡарыусылары концерттары, үҙешмәкәр сәнғәт коллективтарының ҡала смотрҙары; төрлө тематик күргәҙмәләр, семинарҙар, фәнни конференциялар үткәрелә. Учреждение м‑н В.И.Плекунов, Шеин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 2013—14 йй. бинаһында реконструкция үткәрелә.  

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019