Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОБУХОВ Николай Феоктистович

Просмотров: 640

ОБУХОВ Николай Феоктистович (22.5.1921, Вятка губ.Власово а. — 11.11.1990, Черновцы ҡ., Украина), өлкән лейтенант. Со‑ веттар Союзы Геройы (1941). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. В.И.Ленин ис. Хәрби-сәйәси акад. уҡыған (Бәләбәй ҡ., 1943), Юғары хәрби-сәйәси курстар тамамлаған (1944). 1940 й. алып Совет Армияһында. 1941 й. июненән Көньяҡ-Көнбайыш фронтта хеҙмәт итә. Герой исеменә 40‑сы армияның 212‑се һауа-десант бригадаһы уҡсыһы рядовой О. 1941 й. 9 сент. Украина ССР‑ының Любитово а. янындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1953) Черновцыла йәшәй. Ленин (1941), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) орд. м‑н бүләкләнгән. Ижевск машиналар эшләү з‑ды бинаһына О. мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019