Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОВЧИННИКОВ Григорий Семёнович

Просмотров: 1146

ОВЧИННИКОВ Григорий Семёнович [18.4.1898, Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Осиновка а. (БР‑ҙың Бөрө районы) — 25.7.1943, Краснодар крайы Неберджай станцияһы], Советтар Союзы Геройы (1944). Беренсе донъя, Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. 1924 й. алып Сталинград ҡ. эшләй. 1918—23 йй. һәм 1941 й. башлап Ҡыҙыл армияла. 1942 й. февраленән Төньяҡ Кавказ фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 18‑се армияның 81‑се айырым диңгеҙ-уҡсылар бригадаһы 3‑сө уҡсылар батальонының санитария инструкторы рядовой О. 1943 й. 25 июлендә Неберджай станцияһы эргәһендәге алышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин ордены менән бүләкләнгән (1944). О. исеме менән Бөрө ҡ. урам, Осиновка а. урам һәм урта мәктәп аталған, мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ, ике торама пунктта ла һәйкәл ҡуйылған. Шулай уҡ уның исемен Неберджай станцияһындағы урам, Севастополь ҡ. теплоход йөрөтә.

Ғ.Һ.Булатов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 19.01.2023