Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОГЛОБЛИН Иван Васильевич

Просмотров: 1079

ОГЛОБЛИН Иван Васильевич (1.1. 1921, АСБР‑ҙың Тамъян-Ҡатай кантоны Тирлән заводы ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың Белорет р‑ны Тирлән а., — 13.12.2011, Һарытау ҡ.), лётчик, полковник. Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Свердловск хәрби пилоттар мәктәбен, Хәрби-һауа акад. (1956) тамамлаған. Тирлән табаҡ прокатлау з‑дында эшләй. 1940 й. алып Совет Армияһында. 1942 й. башлап Сталинград, Көньяҡ һәм 4‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 8‑се һауа армияһының 2‑се төнгө бомбардировщиктар гвардия авиация див. 25‑се төнгө бомбардировщиктар гвардия авиация полкының зве‑ но ком. гвардия өлкән лейт. О. 1942 й. майы — 1943 й. окт. 503 хәрби осошта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1967) Житомир ҡ. (Украина) проф.-техник уч‑щела уҡытыусы булып эшләй. 1998 й. алып Һарытау ҡ. йәшәй. Ленин (1942, 1944), Ҡыҙыл Байраҡ (1943), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ орд. м‑н бүләкләнгән. Тыуған ауылында һәм Белорет ҡ. уның исеме м‑н урамдар аталған, Белоретта уға һәйкәл ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019