Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОРГИН Константин Петрович

Просмотров: 924

ОРГИН Константин Петрович [10.7. 1910, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Савельевка утары (Ырымбур өлк. Төйлөгән р‑ны) — 5.10.1964, Күмертау ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Чкалов өлк. (хәҙ. Ырымбур өлк.) “Савельевка” к‑зында эшләй. 1941 й. алып Ленинград фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 2‑се удар армияның 122‑се уҡсылар корпусы 11‑се уҡсылар див. 219‑сы уҡсылар полкы пулемётсыһы кесе сержант О. 1944 й. 11 февр. Скарьятина Гора а. (Ленинград өлк.) янында Нарва й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1944) — “Савельевка”, 1958 й. башлап “Башкируголь” к‑зы рәйесе булып эшләй. Ленин (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. О. исеме м‑н Нарва (Эстония) һәм Күмертау ҡҡ. урамдар аталған; Ырымбур өлк. Екатеринославка а. ул уҡыған мәктәп бинаһына мемо‑ риаль таҡтаташ ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019