Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘРЖӘНИ Шиһабетдин

Просмотров: 1405

МӘРЖӘНИ Шиһабетдин (16.1.1818, Ҡазан губ. Ябынсы а. — 18.4.1889, Ҡазан), мосолман дине тәғлимәтсеһе, тарихсы. Ахун (1867). Мосолман реформаторлығы идеологы. Ҡазан губ. Ташкисеү а. мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң ш. уҡ уҡыта. 1838 й. алып Бохара һәм Сәмәрҡәнд ҡҡ. мосолман уҡыу йорттарында уҡый. 1850 й. — 1‑се йәмиғ мәсетенең имам‑хатибы, мөҙәрисе, 1881—89 йй. “Ғәлиә” мәҙрәсәһенең мөҙәрисе, бер үк ваҡытта 1876—84 йй. урыҫ уҡытыусылар мәктәбе уҡытыусыһы (бөтәһе лә — Ҡазан). 1880 й. хаж ҡыла. 30‑ҙан ашыу хеҙмәт авторы: “Хакк алма"рифа вә хусн әл‑идрәк" (1880; “Хаҡ белем һәм иң яҡшы аңлау"), “Мөстәфадел‑ахбар фи әхвали Ҡазан вә Болғар" (1885—86 йй.; “Ҡазан һәм Болғар тураһында файҙалы мәғлүмәттәр") һ.б. М. эшмәкәрлеге Аҡмулла, Ғ.Баруди, М.Бигиев, Ә.Ә.Вәлиди, Р.Ф.Фәхретдинов һ.б. хеҙмәттәрендә яҡтыртыла. Ҡазанда ТР ФА‑ның Тарих ин‑ты, урам, йәмиғ мәсете, 2‑се татар гимназияһы М. исемен йөрөтә.

Әҙәб.: Юзеев А. Шихабаддин Марджани: мыслитель, религиозный реформатор, просветитель. Казань, 1997.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019