Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВАТАН ҺУҒЫШЫ (1812)

Просмотров: 2769

ВАТАН ҺУҒЫШЫ (1812), Рәсәйҙең Францияға ҡаршы азатлыҡ һуғышы. Һуғышта Башҡортостандан 20 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Ырымбур губернаһында 1—20‑се башҡорт полктары, Бутырск пехота полкы, Вильманстранд пехота полкы, 25‑се, 26‑сы, 29—31‑се егерь полктары, 1‑се һәм 2‑се мишәр полктары, Ырымбур драгун полкы, 1—5‑се Ырымбур казак полктары (ҡара: Ырымбур казак ғәскәре), Рыльск пехота полкы, 1‑се һәм 2‑се типтәр полктары, 1—5‑се Урал казак полктары (ҡара: Урал казак ғәскәре), Өфө пехота полкы ойошторола. Башҡорттар армияға 4139 строевой ат тапшыра. Башҡорттар, мишәрҙәр һәм типтәрҙәр армия файҙаһына — 500 мең һум, Ырымбур губ. дворяндары — 65 мең, Өфө сауҙагәрҙәре һәм мещандары 2 мең һум аҡса йыя. Ғәскәрҙәргә инфантериянан ген. М.Б.Барклай де Толли (июнь— авг.) һәм ген.‑фельдмаршал М.И.Кутузов (авг.—дек.) етәкселек итә. Июндә 1‑се башҡ. полкы (2‑се Көнбайыш армия, инфантериянан ген. П.И.Багратион) — Гродно губ. Гродно ҡ. һәм Мир а. янындағы, 1‑се типтәр полкы (1‑се Көнбайыш армия, Барклай де Толли) — Литва-Вильно губ. Вильно ҡ. эргәһендәге, июлдә 1‑се башҡ. полкы (2‑се Көнбайыш армия) — Могилёв губ. Романово а. һәм Смоленск губ. Молево Болото а. янындағы, 2‑се башҡ. полкы (3‑сө Резервтағы Обсервацион армия, кавалериянан ген. А.П.Тормасов) — Гродно губ. Кобрин ҡ. эргәһендәге һуғышта, авг. 1‑се һәм 2‑се башҡ. (2‑се Көнбайыш армия), Бутырск, Вильманстранд һәм Өфө (1‑се Көнбайыш армия) полктары — Смоленск һуғышында, 1‑се башҡ. полкы (1‑се Көнбайыш армия) — Смоленск губ. Валутина Гора а. янында, Бутырск, Өфө (инфантериянан ген. Д.С.Дохтуров корпусы), Вильманстранд (ген.‑лейт. К.Ф.Багговут корпусы), Рыльск пехота (ген.- лейт. А.И.Остерман-Толстой корпусы), Ырымбур драгун (ген.‑майор П.П.Пален корпусы), 1‑се башҡ. (кавалериянан ген. М.И.Платов корпусы) полктары — Бородино һуғышында, сент. башында 1‑се башҡ. полкы — Мәскәү губ. Жохово а. янында, сент. аҙағында— окт. 1‑се башҡ. (полк. И.Е. Ефремов һәм Н.Д.Кудашевтың партизан отрядтары), 1‑се типтәр (подполк. Д.В.Давыдовтың партизан отрядтары) полктары — Калуга һәм Мәскәү губ. терр‑яларында, окт. 2‑се башҡ. полкы (3‑сө Көнбайыш армия) — Гродно губ. Слоним ҡ. янындағы һуғышта, Свислочь а. алыуҙа, Мстибово а. янындағы алышта, Бутырск, Вильманстранд һәм Өфө пехота полктары (Дохтуров корпусы), 1‑се башҡ. полкының бер өлөшө (Төп армия) — Малоярославец ҡ. эргәһендәге, нояб. 1‑се башҡ. һәм Өфө пехота полктары — Красный ҡ. янындағы һуғышта, 5‑се башҡ. һәм 5‑се Урал полктары (кавалериянан ген. П.Х. Витгенштейндың 1‑се Айырым пехота корпусы) Березина й. (Днепр й. ҡушылдығы) янындағы һуғышта ҡатнаша. 2‑се типтәр полкы Түбәнге Новгород ополчениеһы составына индерелә, 1‑се һәм 2‑се Ырымбур, 1-се һәм 2‑се Урал казак полктары (Дунай армияһы, адм. П.В.Чичагов) Волынск губ. терр‑яһында урынлаша, 1‑се мишәр полкы Мәскәүҙә гарнизон хеҙмәтен башҡара, 1‑се башҡ. полкы яугирҙарының бер өлөшө император Александр I эргәһендәге Англия вәкиле ген. Р.Т.Вильсондың конвойын тәшкил итә, 3—5‑се башҡ. полктары Витгенштейндың 1‑се айырым корпусы составында була, 6‑сы башҡ. полкы С.‑Петербург —Вологда юлын һаҡлай, 7—20‑се башҡ. полктары Түбәнге Новгород, һуңынан Волынск губ. терр‑яһында ополчениеның 3‑сө округы составында була. 1812 й. аҙ. өҫтәмә рәүештә 2 башҡ. полкы (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 8) ойошторола, улар һуғыш барышында һаҡсы, хужалыҡ һәм конвой хеҙмәтен үтәй. 1812 й. дек. уртаһында француз армияһы Рәсәй терр‑яһынан ҡыуып сығарыла, рус армияһының сит илгә походтары (1813—14) барышында тамам еңелә. Ген.‑майор И.Д. Цыбульский — 3‑сө дәрәжә Изге Владимир орд.; майорҙар Е.И.Гладышев һәм Н.А.Темиров, штабс-капитандар Агапитов, Пятницкий, поручиктар Поленский, Чибирёв, прапорщик Алга — 4‑се дәрәжә Изге Владимир орд.; штабс-капитандар Аничков һәм П.Г. Малеев, поручик Иванов, пра‑ порщик Монасипов һәм зауряд-хорунжий Ибраһимов — 3‑сө дәрәжә Изге Анна орд.; Аралбай Аҡсулпанов һәм Әйүп Ҡәйепов 4‑се дәрәжә Изге Анна орд. лайыҡ булған. Һуғышта ҡатнашыусыларҙың бөтәһе лә “1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә” көмөш миҙалы м‑н бүләкләнгән. Хәҙ. йыл һайын В.һ. иҫтәлегенә арналған “Бородино көнө” байрамы үткәрелә (Мәскәү өлк. Бородино а. янында). Мәскәү өлк. 1‑се башҡ. полкына һәйкәл ҡуйылған. Башҡорттарҙың В.һ. ҡатнашыуы башҡ. фольклоры ҡомартҡылары — “Ҡаһым түрә” риүәйәтендә, “Француз яуы бәйетендә, “Ирәмәл”, “Любизар”, “Ҡаһым түрә”, “Эскадрон” йырҙарында һ.б. сағылыш тапҡан.

Әҙәб.: “Любезные вы мои...”: сборник /сост. А.З.Асфандияров. Уфа, 1992; Вклад Башкирии в победу России в Отечественной войне 1812 года: сб. док. и материалов. Уфа, 2012. 

Р.Н.Рәхимов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 28.04.2021