Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛАТВИЯ

Просмотров: 2592

ЛАТВИЯ, Латвия Республикаһы, Көнсығыш Европалағы, Балтик буйындағы дәүләт. Майҙаны — 64,6 мең км2. Баш ҡалаһы — Рига. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 2,22 млн кеше (2011): латыштар (59%), урыҫтар (27%), белорустар (3,6%) һ.б.; 270 башҡорт йәшәй (2011). Рәсми тел — латыш теле. Диндарҙарҙың күпселеге — лютерандар.

БР‑ҙың Л. м‑н бәйләнештәре РФ һәм Л. араһындағы мөнәсәбәттәр сиктәрендә тормошҡа ашырыла. БР‑ҙың Тышҡы бәйләнештәр министрлығы м‑н Л. Иҡтисад министрлығы араһында сауҙа‑иҡт. хеҙмәттәшлек т‑да килешеүгә ҡул ҡуйылған (1996). Л. делегацияларының Башҡортостанға рәсми визиттары һ.б. ойошторолған (1997, 2008, 2012).  2011 й. БР эшҡыуарҙары Л. булып ҡайта. Л. делегаттары 1—3‑сө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙары [ҡара: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)] эшендә, Бөтә Рәсәй латыш йыры байрамында (2009; БР‑ҙың Архангел р‑ны) ҡатнаша. БР‑ҙың БДБ‑нан башҡа илдәр м‑н тышҡы сауҙаһының дөйөм күләмендә Л. өлөшөнә 19% тура килә (2011). БР һәм Л. тышҡы сауҙа әйләнеше 2007,5 млн АҠШ доллары (2000 й. ҡарағанда 31,7 тапҡырға күберәк), БР‑ҙың Л. экспорты 2006,9 млн доллар тәшкил итә (2000 й. – 62,8 млн доллар); уның тауар структураһында нефтехимия сәнәғәте продукцияһы өҫтөнлөк итә.  Л. ҡорамал, транспорт, нефтехимия продукцияһын импортлау — 0,5 млн доллар (2000 й. — 0,6 млн).

Башҡортостан терр‑яһында Лифляндия губ. латыштарының тәүге торамалары Крәҫтиән реформаһынан һуң барлыҡҡа килә (ҡара: Башҡортостан халыҡтары). Л. Өфө өйәҙенә күсеп килгән И.Я.Вейнберг тәүге булып 1879 й. рамлы сәнәғәт умартасылығын ойоштора. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында БАССР‑ға Рига хәрби пехота училищеһы эвакуациялана. 1950—70‑се йй. БАССР латыштарының күп өлөшө Л. ҡайтып китә. 1985 й. Латыш ССР‑ы ФА‑ның комплекслы экспедицияһы тарафынан БАССР латыштарының теле, фольклоры, традициялары т‑да материал йыйыла. Латыш теленә Ә.Һ.Бикчәнтәевтең “Илсе ҡыҙы” (1965), “Адъютанттарға үлем юҡ” (1966), “Ҙур оркестр”, “Ожмах вәғәҙә итмәйем” (икеһе лә — 1967), “Нисә йәш һиңә, комиссар?” (1969), “Хушығыҙ, көмөш ямғырҙар” (1977), М.Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” (1964) әҫ. тәржемә ителә һәм Ригала баҫылып сыға. Л. инжил‑лютеран сиркәүе БР‑ҙың Архангел р‑ны лютерандар общинаһы м‑н ҡануни бәйләнеште дауам итә. Ригала “Латвия башҡорттары ҡоролтайы” (2007)  ватандаштар берекмәһе эшләй, ул мәҙәни саралар (һабантуйҙар, күргәҙмәләр һ.б.) ойоштора.

БР‑ҙа 1117 латыш  йәшәй (2010); Латыштар йәмәғәт ойошмаһы, “Максим Горький” тарихи‑мәҙәни үҙәге эшләй.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: