Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАҘАН

Просмотров: 983

ҠАҘАН, сығарылыусы газдарҙың, технологик процестарҙың, яғыулыҡ яндырыу, электр энергияһы әүерелеүе ваҡытында бүленеп сыҡҡан йылылыҡты файҙаланып, юғары баҫым аҫтында пар йәки эҫе һыу алыр өсөн ҡоролма. Ярҙамсы ҡорамалдары (һыу һәм яғыулыҡ әҙерләү системалары, автоматика, газ һәм һауа үткәргестәре, арматуралы пар һәм һыу үткәргес торбалары, тартыу һәм өрҙөрөү ҡоролмалары, шлакты һәм көлдө сығарыу ҡорамалдары һ.б.) м‑н бергә Ҡ. ҡаҙанлыҡ ҡулайламаһын барлыҡҡа килтерә. Йылылыҡ биргесенең төрөнә ҡарап пар һәм һыу йылыта торған; тәғәйенләнеше б‑са — электр энергияһын алыу, сәнәғәт, йылытыу, көнкүреш һәм утилләштереү өсөн; етештереүсәнлеге б‑са — бәләкәй (12 т/сәғ. тиклем), уртаса (16—75 т/сәғ.) һәм ҙур (75 т/сәғ. артығыраҡ); һыу һәм һыу пары хәрәкәтенең схемаһы б‑са тәбиғи, мәжбүри циркуляциялы һәм тура ағымлы Ҡ. айыралар. Ҡ. элементтарына усаҡ яғыу урыны, парға әйләндереүсе йылытыу йөҙҙәре, пар ҡыҙҙырғыс, экономайзер, һауа йылытҡыс һ.б. инә. Ҡ. алынған пар йәки эҫе һыу пар турбиналарында электр энергияһын эшләп сығарыу, сәнәғәттә технологик процестарҙы башҡарыу, сәнәғәт, торлаҡ, йәмәғәт биналарын һәм ҡоролмаларын йылытыу өсөн файҙаланыла. 20 б. 50‑се йй. аҙ. Башҡортостанда Ф.А.Липинский тарафынан (3‑сө ТЭЦ) мазутты бик аҙ миҡдарҙағы һауала яндырып, Ҡ. файҙалы эш коэффициентын арттырырға һәм атмосфераны бысратыусы матдәләрҙе кәметергә мөмкинлек биргән горелка уйлап табылған. 70‑се йй. башында Яңы Салауат ТЭЦ‑ында Ҡ. м-н идара итеү һ.б. ҡорамалдарҙы һаҡлау (тутыҡтырыусы матдәләрҙән) схемалары, газ көйләү пункты алдында газдың баҫымы көтөлмәгәндә кәмегән осраҡта Ҡ. автоматик рәүештә мазут яндырып эшләүгә күсереү системаһы эшләнгән һәм индерелгән; “Башкоммунэнерго” һыу йылытыу өсөн ҡоростан яһалған газ Ҡ. (һыуҙы 1150С тиклем йылытыу өсөн) уйлап сығарылған һәм уны етештереү үҙләштерелгән. 1999 й. 2‑се Өфө ТЭЦ‑ында эшләп торған Ҡ. барабандарын термик эшкәртеп яңынан сафҡа индереү ремонты башҡарылған, етештереүсәнлеге 50 т/сәғ. булған, бик тиҙ ҡайната торған парландырғыс сафҡа индерелгән (тоҙһоҙландырылған һыуҙы химреагенттар ҡулланмайынса алыу өсөн). Көнкүреш Ҡ. респ. “ОЗНА” (Октябрьский ҡ.), “Теплоприбор” (Туймазы ҡ.), “Витязь” (Ишембай ҡ.) пр‑тиелары һ.б. сығарған. 1988 й. алып “Стройавтоматика” ЯСЙ (Өфө) ҡаҙанлыҡ ҡулайламалары өсөн автоматлаштырылған идара итеү һәм технологик процестарҙы контролдә тотоу системаларын (ҡара: Автоматлаштырылған идара итеү системаһы) уйлап таба, етештерә һәм производствоға индерә. 1999 й. Ишембай ҡ. 5‑се Ҡ. цехында ГТЭ‑10/95 тибындағы газ турбиналы ҡулайлама сафҡа индерелә. Газ турбиналы ҡулайламалар ш. уҡ Мәсетле р‑ны Оло Ыҡтамаҡ а. “Шәғәле” ТЭЦ‑ында (2001), Ағиҙел ҡ. “Ағиҙел” ТЭЦ‑ында эшләй.

Әҙәб.: Алексеев Г.Н. Общая теплотехника. М., 1980; Латыпов Р.Ш., Шарафиев Р.Г. Техническая термодинамика и энерготехнология химических производств. М., 1998.

Р.Ш.Латипов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019