Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛИТВА

Просмотров: 1549

ЛИТВА, Л и т в а Р е с п у б л и к а һ ы, Көнсығыш Европалағы, Балтик буйындағы дәүләт. Майҙаны — 65,2 мең км2. Баш ҡалаһы — Вильнюс. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 3,1 млн кеше (2011): литвалар (83,9%), урыҫтар (5,4%), поляктар (6,6%) һ.б.; яҡынса 1 мең башҡорт йәшәй (2002). Рәсми тел — литва теле. Диндарҙарҙың күпселеге — католиктар.

БР‑ҙың Л. м‑н бәйләнештәре РФ һәм Л. араһындағы мөнәсәбәттәр сиктәрендә тормошҡа ашырыла. БР‑ҙың Матди ресурстар һәм төбәк‑ара бәйләнештәр министрлығы һәм Л. Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы араһында сауҙа‑иҡт. хеҙмәттәшлек т‑да килешеүгә ҡул ҡуйылған (1993). Л. делегацияһының Башҡортостанға (2005) һәм Башҡортостан делегацияһының Л. (2011) рәсми визиттары ойошторолған. БР‑ҙың БДБ‑нан башҡа илдәр м‑н тышҡы сауҙаһының дөйөм күләмендә Л. өлөшөнә 0,7% тура килә (2011). БР м‑н Л. тышҡы сауҙа әйләнеше 74,7 млн АҠШ доллары (2000 й. ҡарағанда 3,5 тапҡырға күберәк). БР‑ҙың Л. экспорты 73,0 млн доллар (2000 й. — 21,0 млн доллар) тәшкил итә, уның тауар структураһында металлургия, нефтехимия сәнәғәте продукцияһы һ.б., Л. БР‑ға химия продукттары, ҡорамалдар һәм көнкүреш техникаһы импорты — 1,7 млн доллар (2000 й. — 0,3 млн доллар).

1927 й. Революция көрәшселәренә халыҡара ярҙам ойошмаһының Башҡортостан ойошмаһы республикала Л. аҡ террорға ҡаршы сәйәси протест демонстрацияһын үткәрә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Литва ССР‑ының ЮС Президиумы, ХКС‑ы һәм Коммунистар партияһы ҮК БАССР‑ға эвакуациялана; шағирә С.Нерис йәшәй. М.Кәримдең“Өс таған” (“Таганок”; 1964), Ә.Һ.Бикчәнтәевтең“Аҡҡоштар Уралда ҡала” (“Лебеди остаются на Урале”; 1960), “Илсе ҡыҙы” (“Дочь посла”; 1964), “Ожмах вәғәҙә итмәйем” (“Я не сулю тебе рая”; 1967), “Хушығыҙ, көмөш ямғырҙар” (“Прощайте, серебристые дожди”; 1976) әҫәрҙәре литва теленә тәржемә итеп баҫыла; “Литва шағирҙары” (“Поэты Литвы”; 1968) антологияһы башҡ. теленә тәржемә ителгән. 2007 й. Гируляй курорт районында (Клайпеда ҡ. эргәһендә), Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуының 450 йыллығына арнап, III Балтик буйы һабантуйы үткәрелә, унда Белоруссия, Германия, Латвия, Польша, Эстонияның татар һәм башҡ. диаспоралары, ш. уҡ Рәсәйҙән делегациялар ҡатнаша. БР‑ҙа 239 литва йәшәй (2010).

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: