Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КРАСНОГОРСКАЯ Наталия Николаевна

Просмотров: 1040

КРАСНОГОРСКАЯ Наталия Николаевна (31.5.1948, Өфө), инженер- технолог. Техник ф. д‑ры (1990), проф. (1993). БР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (2000), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1984). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1972) шунда уҡ эшләй: 1978 й. алып өлкән ғилми, 1988— 91 йй. төп ғилми хеҙм‑р, профессор. 1994 й. башлап ӨДАТУ‑ла: етештереү һәм сәнәғәт экологияһы хәүефһеҙлеге каф. мөдире, бер үк ваҡытта 2000—02 йй. дистанцион һәм өҫтәмә белем биреү б‑са проректор. Фәнни тикшеренеүҙәре биомониторинг, сәнәғәт һәм экологик хәүефһеҙлек проблемаларына арналған. К. ҡатнашлығында реактив двигателдәрҙең үтә тығыҙ яғыулыҡтары өсөн сеймал алыуҙың аҙ ҡалдыҡлы технологияһы, тирә-яҡ мөхиттең бысраныуын баһалау технологияһы, гальваник производстволарҙың шламдарын утилләштереү алымдары уйлап табыла. Асыштары БР‑ҙың, РФ‑тың башҡа төбәктәренең һәм яҡын сит илдәрҙең сәнәғәт пр‑тиеларында индерелгән. 500‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 17 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Экстракция средних нефтяных фракций. М., 1989 (авторҙ.); Биомониторинг загрязнения урбанизированных территорий. Уфа, 2009 (авторҙ.); Повышение уровня экологической безопасности функционирования объектов автотранспортной инфраструктуры. СПб., 2012 (авторҙ.).

И.В.Александров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019