Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАЛИКОВ Марат Фәйзелҡадир улы

Просмотров: 1048

МАЛИКОВ Марат Фәйзелҡадир улы (2.2.1937, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Түб. Йәркәй а.), хоҡуҡ белгесе. Юридик ф. д‑ры (1992), проф. (1992). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1998), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1992). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1965) Ҡалтасы һәм Тәтешле р‑ндарында халыҡ судьяһы, 1975 й. алып Удмурт ун‑тында уҡыта. 1978 й. башлап БДУ‑ла эшләй: 1986 й. алып дәүләт хоҡуғы каф. мөдире; 1995 й. башлап Стәрлетамаҡ филиалының иҡт. һәм хоҡуҡ ф‑ты деканы, 2000—06 йй. директоры. 2008—13 йй. Башҡ‑н соц. технологиялар ин‑тында уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре федераль һәм төбәк ҡануниәте проблемаларына арналған. 450‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. БР‑ҙың “Мәғарифты мәғлүмәтләштереү академияһы” йәмәғәт ойошмаһы дир. (2007 й. алып).

Х е ҙ м.: Основы конституционного права Российской Федерации. Уфа, 2003; Теоретические основы реализации права. Уфа, 2003; Истоки познания: в 4 т. Уфа, 2011—2012. 

 

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: