Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КРЕТИНИН Михаил Васильевич

Просмотров: 656

КРЕТИНИН Михаил Васильевич [30.1.1940, Чкалов өлк. (Ырымбур өлк.) Черкассы а. — 16.2.2012, Өфө], тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1988), проф. (1993). РФ‑тың почётлы нефтехимигы (1998). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1965) машиналар эшләү з‑дында эшләй (Очёр ҡ.), 1967— 72 йй., 1976—78 йй. “Башгипронефтехим” ин‑тында, 1972—76 йй. Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда өлкән ғилми хеҙм‑р, 1978 й. алып Бөтә Союз нефть сәнәғәте машиналарын эшләү ҒТИ‑ның Өфө филиалында лаб. мөдире. 1986—2001 йй. ӨДНТУ‑ла: 1989 й. алып ғәмәли физика каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1994—96 йй. архитектура‑төҙөлөш ф‑ты деканы. Фәнни эшмәкәрлеге нефть коксы етештереүҙең технологик процестарын уйлап табыуға арналған. К. ҡатнашлығында яйлатып кокслаштырыу ысулы м‑н коксты етештереү ҡорамалы (реакторҙарҙың хеҙмәт итеү ваҡытын оҙайта һәм эре киҫәкле кокс сығыуҙы арттыра) камиллаштырыла. Асыштары БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәре НЭЗ‑дарында индерелгән. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 40‑тан ашыу уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Системы внутриустановочной обработки и транспорта нефтяного кокса. М., 1978 (авторҙ.); Проектирование установок замедленного коксования. Уфа, 1982 (авторҙ.); Механотехнологические аспекты производства нефтяного кокса. Уфа, 2009.

Ю.М.Абыҙгилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019