Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КРИОНИ Николай Константинович

Просмотров: 1439

КРИОНИ Николай Константинович (5.9.1953, Өфө ҡ.), инженер‑механик. Техник фәндәр докторы (2005), профессор (2006). БР‑ҙың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2002), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2006). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1976) Ярославль радиозаводында эшләй. 1977 й. алып (өҙөклөк менән) ӨДАТУ‑ла: 1985 й. башлап өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1993 й. — уҡыу-уҡытыу идаралығы начальнигы, 2003 й. — уҡыу‑уҡытыу эштәре буйынса проректор, 2015—19 йй. ректор. Фәнни тикшеренеүҙәре ҡаты есемдәрҙең үҙ‑ара контактлы бәйләнешенә арналған. К. ҡатнашлығында металдарҙың юғары температура һәм баҫым шарттарында ҡаплаусы ҡаты йөҙҙәр менән фрикцион тәьҫирләшеүен билдәләгән триботехник параметрҙарҙы тикшереү һәм билдәләү ысулдары уйлап табыла, “вал-втулка” бәйләнешендә майлағыс ҡаты ҡаплаусы йөҙҙәрҙең триботехник үҙенсәлектәрен һәм эшләй алыуын тикшереү өсөн стенд яһала. Асыштары БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәре предприятиеларында индерелгән.

Хеҙм.: Оптимизация работы высокотемпературных подшипников скольжения с твёрдыми смазочными покрытиями по триботехническим параметрам. М., 2004; Смазки и их применение в машинах и при формообразовании поверхностей в мехатронных станочных системах. М., 2004 (авторҙ.); Покрытия и смазка в высокотемпературных подвижных сопряжениях и металлообработке. М., 2008 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

А.У.Кинйәбулатов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.11.2021
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: