Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭРЕ ПАНЕЛЛЕ КОНСТРУКЦИЯЛАР

Просмотров: 809

ЭРЕ ПАНЕЛЛЕ КОНСТРУКЦИЯЛАР, биналарҙың (тышҡы һәм эске стеналар, түшәмдәр, ҡаплауҙар һ.б.) йәки сәнәғәт ҡоролмаларының бер үлсәме (ҡалынлығы) ҡалған ике үлсәменән (киңлеге һәм оҙонлоғо) күпкә бәләкәй булыуы м‑н айырылған, башлыса пластина формаһындағы терәк яҫы конструкциялар рәүешендәге өлөшө. Э.п.к. махсус пр‑тиеларҙа әҙерләнә һәм төҙөлөш майҙансығында монтажлана. 1968 й. Башҡортостанда “Эре панелле йорттар төҙөү” тресы ойошторола, уның эшмәкәрлеге халыҡ өсөн арзаныраҡ торлаҡ төҙөү темптарын тиҙләтергә мөмкинлек бирә. 1998 й. Э.п.к. камиллаштырыуҙың актуаллеге йылы һаҡлаған өс ҡатлы тышҡы стеналы 121у серияһындағы эре панелле “йылы йорт” программаһы м‑н тормошҡа ашырыла һәм бындай йорттар күпләп төҙөлә башлай. Элек төҙөлгән йорттар­ҙан айырмалы рәүештә проектта энергия һаҡлаған технологиялар комплексы ҡулланыла, комфорт һәм йәшәү сифаты б‑са һуңғы норматив талаптар иҫәпкә алына. 2006 й. опалубкаһыҙ формалау ысулы м‑н ҡыуышлы плиталар етештереү өсөн технологик линия файҙаланыуға индерелә һәм оҙонлоғо 12 м тиклем булған түшәм плиталарын сығарыу ойошторола, был каркас‑панелле ҡоролмалар, ш. уҡ терәк стеналары арҡыры урынлашҡан һәм бүлмәләрҙе һығылмалы рәүештә планлаштырып булған биналар төҙөүгә күсеү мөмкинлеген бирә.

В.В.Бобков, А.А.Шәймөхәмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: