Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КРЮКОВ Николай Иванович

Просмотров: 693

КРЮКОВ Николай Иванович (12.9.1948, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Любажи а. — 2.12.2018, Өфө, тыуған яғында яғында ерләнгән), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2004). БР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1996), РФ‑тың яғыулыҡ‑энергетика комплексының почётлы хеҙм‑ре (2001). ӨНИ‑не тамамлаған (1973). 1966 й. алып “Бугульмагоргаз” тресында (ТАССР), 1968 й. – “Стерлитамакгоргаз” тресында эшләгән, 1975 й. алып “Башспецстрой” тресының Стәрлетамаҡ махсуслаштырылған төҙөлөш‑монтажлау идаралығы баш инженеры, 1977 й. — “Стерлитамакмежрайгаз” тресы идарасыһы, 1982 й. – “Стерлитамакгаз” идаралығы начальнигы. 1983 й. алып Өфөлә: “Башспецстрой” тресы идарасыһы, 1989 й. башлап “Газпром газораспределение Уфа” ААЙ‑ның ген. директоры. Фәнни тикшеренеүҙәре айырыуса ҡатмарлы техник системаларҙың сәнәғәт хәүефһеҙлегенә арналған. К. ҡатнашлығында ер аҫты үткәргес торбаларын һәм металл конструкцияларҙы коррозиянан һаҡлау алымдары эшләнгән, улар БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәре пр‑тиеларында индерелгән. 35 фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 1—3‑сө саҡырылыш депутаты. Дуҫлыҡ (1999), “Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2008) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Адаптивные стратегии развития систем трубопроводного транспорта: опыт, проблемы, перспективы. Челябинск, 2003 (авторҙ.); Газопроводы и газовые сети: надёжность, диагностика, перспективы. Челябинск: Уфа. 2008 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019