МЕДВЕДЕВ Дмитрий Анатольевич
МЕДВЕДЕВ Дмитрий Анатольевич (14.9.1965, Ленинград), дәүләт эшмәкәре. Юридик ф. канд. (1990). ЛДУ‑ны тамамлағандан һуң (1987) шунда уҡ эшләй, бер үк ваҡытта 1990—95 йй. Ленинград ҡала Советы рәйесе кәңәшсеһе, С.‑Петербург ҡала хакимиәтенең Тышҡы бәйләнештәр б‑са ком‑тының юридик эксперты. 1999 й. алып РФ Хөкүмәте аппараты етәксеһенең урынбаҫары, РФ Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары, 2000 й. — етәксенең 1‑се урынбаҫары, бер үк ваҡытта 2000 й. башлап “Газпром” ААЙ дир. советында (рәйес, 2001—02 йй. рәйес урынбаҫары). 2003 й. окт. алып РФ Президенты Хакимиәте етәксеһе, 2005 й. нояб. — РФ Хөкүмәте Рәйесенең 1‑се урынбаҫары, 2006 й. майынан телерадиотапшырыуҙарҙы үҫтереү б‑са комиссия етәксеһе. 2008 й. алып РФ Президенты, 2012 й. майынан РФ Хөкүмәте Рәйесе. “Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесе (2012 й. алып). БР‑ға рәсми визиттары барышында 2006 й. 11 авг. М. Гимназия‑интернат №1, 2008 й. 26 февр. — БР б‑са РФ‑тың Пенсия фонды бүлексәһендә, оло йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн йорт‑интернатта (икеһе лә — Өфө), 2013 й. 3 июлендә “Полиэф”, БР б‑са РФ‑тың Пенсия фондының Благовещен бүлексәһендә, 2015 й. 3 февр. позитрон—эмиссия томографияһы үҙәгендә (Өфө) була. 1-се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. м‑н бүләкләнгән (2015). РФ Хөкүмәтенең мәғариф өлк. пр. лауреаты (2002).
М.Б.Ямалов
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина