Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИРОВОЙ СУД

Просмотров: 1195

МИРОВОЙ СУД, Башҡортостан Республикаһының дөйөм юрисдикциялағы һәм Рәсәй Федерацияһының берҙәм суд системаһына ингән суд власы органы.

М.с. БР‑ҙа РФ һәм БР Конституцияларына, “Рәсәй Федерацияһында мировой судьялар тураһында” (1996, 1998), “Башҡортостан Республикаһында мировой судьялар тураһында” (1998) закондарына ярашлы эш итә. М.с. составына 215 судья һәм ш. уҡ иҫәптәге суд участкаһы инә (2013).

М.с. никахты өҙөү т‑дағы; хеҙмәт мөнәсәбәттәренә бәйле эштәрҙе; 500 миним. хеҙмәт хаҡы күләмендә баһаланған мөлкәт низағтарын; адм. хоҡуҡ боҙоуҙар т‑дағы; иректән 3 йылға тиклем мәхрүм итеү рәүешендә макс. яза биреү ҡаралған енәйәт эштәрен; үҙе тарафынан беренсе инстанцияла ҡабул ителгән һәм көсөнә ингән ҡарарҙарға ҡарата яңы шарттар асылған осраҡтарҙа; суд бойороғон ҡулға биреү һ.б. беренсе инстанциялағы граждандар, адм. һәм енәйәт эштәрен ҡарай. Мировой судьялар вазифаға БР Башлығы тәҡдиме б‑са Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тарафынан һайлана, уларҙың хоҡуҡи статусы башҡа судьяларҙыҡына тиң. Рәсәйҙә мировой судьялар ин‑ты, Суд реформаһына (1864) ярашлы, ҡатламға ҡарамау, хакимиәттән бойондороҡһоҙ булыу, судьяларҙың алыштырғыһыҙлығы принциптарына нигеҙләнеп ойошторола. Башҡортостанда М.с. Александр II “Өфө, Ырымбур һәм Әстерхан губерналарында мировой суд закондарын дөйөм закондан айырым индереү тураһында” указына (1878) ярашлы эш итә. 3—6 суд участкаһынан торған суд округтарында төҙөлгән. Мировой судьяларҙы өйәҙҙәрҙә — земство йыйылышы, ҡалаларҙа ҡала думаһы һайлаған. Ырымбур губернаһында 30‑ар, Өфө губернаһында 32‑шәр участка һәм почётлы (аралашсы) судья эшләгән. М.с. аҙнаһына 2 тапҡыр ябай беренсе инстанциялы граждандар (500 һумлыҡ дәғүәләр) һәм енәйәт (1 йылға иректән мәхрүм итеү, 3 айға ҡулға алыу йәки 300 һумлыҡ штраф һалыу ҡаралған) эштәрен ҡараған. Мировой судьялар съезына (апелляция инстанцияһына) губернатор тәҡдиме б‑са юстиция министры тарафынан 3 йылға тәғәйенләнгән рәйес етәкселек иткән. 1899 й. бөтөрөлә, 1912 й. яңынан булдырыла; 1917 й. йәнә бөтөрөлә.

Әҙәб.: Л е о н о в Н.И. Буржуазные реформы 60—70 гг. ХIХ в. в Башкирии. Уфа, 1993; А б д р а х м а н о в А.Ф. Государственное управление, суд и прокуратура Уфимской губернии 1865—1917 гг. Уфа, 2005. 

В.К.Сәмиғуллин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: