Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КУЛИКОВ Владимир Сергеевич

Просмотров: 989

КУЛИКОВ Владимир Сергеевич (25.7.1942, Өфө – 28.7.2008, шунда уҡ), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1994), проф. (1995). С.И.Куликовтың улы. ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1964) Рыбинск моторҙар эшләү з‑дында эшләй. 1967 й. алып “Гидромеханика” тәжрибә КБ‑нда ышаныслылыҡ бюроһы нач. (Өфө), 1969—2008 йй. ӨДАТУ‑ла, бер үк ваҡытта 1992—2005 йй. Механика ин‑тында: 1994 й. алып дир. урынбаҫары, 1995 й. башлап һәм 2003 й. — баш ғилми хеҙм‑р, 2002—03 йй. лаб. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге ҡаты есемдең деформацияланыу механикаһына арналған. К. тарафынан стационар булмаған термомеханик һәм физик‑химик процесс шарттарында деформацияланыусы конструкция элементтарының моделен яһау һәм уларҙы иҫәпләү алымдары; төҙөлөшө тотороҡло булмаған мөхиттәрҙәге көсөргәнештәрҙең моделдәре комплексы һәм уларҙы иҫәпләп сығарыу алгоритмдары булдырылған. Тикшеренеү һөҙөмтәләре БР‑ҙың һәм РФ-тың башҡа төбәктәренең пр‑тиеларында индерелгән. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Остаточные напряжения, формирующиеся в процессах полимеризации материала. Уфа, 1999 (авторҙ.); Остаточные напряжения в элементах конструкций: пособие по расчёту. Уфа, 2000 (авторҙ.).

 Т.Н.Мардимасова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: