Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИРОНОВ Ринат Ғаян улы

Просмотров: 954

МИРОНОВ Ринат Ғаян улы (24.5.1959, Белорет ҡ.), хоҡуҡ белгесе. Юридик фәндәр докторы (2007). БР‑ҙың атҡаҙанған юрисы (2020). СССР ЭЭМ‑ының Рязань юғары мәктәбен тамамлағандан һуң (1985) БР ЭЭМ‑ы системаһында эшләй. 1998 й. башлап ӨЮИ‑ла. 2010 й. алып Рәсәй Яза үтәү федераль хеҙмәтенең Псков юридик институты енәйәт, енәйәт‑башҡарыу хоҡуғы һәм криминология кафедраһы начальнигы, 2013 й. — Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында, 2014 й. башлап Көнсығыш иҡтисад‑юридик гуманитар академияһында уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге проблемаларына арналған.

Х е ҙ м.: Взаимодействие органов внутренних дел и уголовно-исполнительной системы по обеспечению национальной безопасности в сфере правопорядка. Уфа, 2005. 

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 09.11.2021
Связанные темы рубрикатора: