Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КУЛИКОВ Геннадий Григорьевич

Просмотров: 1388

КУЛИКОВ Геннадий Григорьевич (9.8.1948, БАССР‑ҙың Шишмә районы “Кумыспром” совхозының Үҙәк усадьбаһы, хәҙер БР‑ҙың шул уҡ районы Горный а.), инженер‑механик. Техник фәндәр докторы (1991), профессор (1991). РФ‑тың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008), БР‑ҙың атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (1992). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) ӨМЭЗ эргәһендәге тәжрибә КБ‑нда эшләй (1979 й. алып сектор начальнигы). 1981 й. башлап ӨДАТУ‑ла: 1987—89 йй. өлкән ғилми хеҙмәткәр, бер үк ваҡытта “Молния” Өфө агрегат КБ‑нда төп конструктор, 1992—2016 йй. автоматлаштырылған идара итеү системалары кафедраһы мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре системалар һәм системалы анализ теорияһын үҫтереүгә һәм ҡулланыуға арналған. К. етәкселегендә самолёттар (МиГ‑21, МиГ‑29, Су‑25, Ан‑70), махсус тәғәйенләнешле авиация комплекстары өсөн двигателдәр төҙөгәндә ҡулланылған осоу аппараттарының энергия биреү ҡулайламалары менән идара итеү, уларҙы контролдә тотоу һәм диагностикалау системаларының, БР‑ҙың һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең сәнәғәт предприятиеларына автоматлаштырылған идара итеү процестарының математик моделен әҙерләү ысулдары уйлап табыла.

  Х е ҙ м.: Марковские модели сложных динамических систем: идентификация, моделирование и контроль состояния (на примере цифровой системы автоматического управления газотурбинных двигателей). Уфа, 1998 (авторҙ.); Нечёткие марковские модели систем автоматического управления и контроля //Интеллектуальные системы управления. М., 2010 (авторҙ.); Dynamic Modelling of Gas Turbines: Identification, Simulation, Condition Monitoring and Optimal Control. London, 2004 (авторҙ.).

Е.В.Распопов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.03.2023