Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КУМУНЖИЕВ Константин Васильевич

Просмотров: 1042

КУМУНЖИЕВ Константин Васильевич (8.11.1939, Ҡырым АССР‑ы Ҡышлау а. — 15.5.2019, Ульяновск ҡ.), инженер‑электромеханик. Техник фәндәр докторы (1988), профессор (1989). РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1998). Ҡазан авиация институтын тамамлағандан һуң (1963) 115‑се почта йәшниге предприятиеһында (Харьков ҡ.) эшләй. 1968 й. алып ӨАИ‑ла: 1970—72 йй. авиация приборҙары эшләү кафедраһы, 1978—82 йй. машиналар эшләүҙе автоматлаштырыу кафедраһы мөдире. 1989 й. башлап Ульяновск университетында: 2001—06 йй. мәғлүмәт һәм телекоммуникация технологиялары факультеты деканы, бер үк ваҡытта 1997—2006 йй. мәғлүмәт технологиялары һәм системалары кафедраһы мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге интеллектуаль процестар һәм системаларҙың моделдәрен яһауға арналған. К. тарафынан психологик яҡтан яраҡлаштырылған белем базаһы концепцияһы һәм уның нигеҙендә өйрәтеүсе системалар, интеллекттың рациональ моделе эшләнгән; уның ҡатнашлығында газ турбиналы двигателдәрҙең температураһын контактһыҙ үлсәү ысулдары һәм саралары уйлап табылған. Асыштары БР предприятиеларында индерелгән. 

Хеҙм.: Приборы первичной информации. Уфа, 1974; Теория систем и системный анализ: в 3 ч. Ульяновск, 2003; Проектирование систем: изобретательство, анализ, принятие решений. Ульяновск, 2009.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

В.П.Токарев
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 19.08.2022
Связанные темы рубрикатора: