Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МЕШАЛКИН Николай Иванович

Просмотров: 875

МЕШАЛКИН Николай Иванович (2.5.1907, Түбәнге Новгород губернаһы Починки а. — 12.10.1982, Октябрьский ҡ.), геолог. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1957). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан университетын тамамлаған (1932). 1936 й. алып Стәрлетамаҡ геологик эҙләнеү контораһының партия начальнигы, баш геологы, 1948 й. — “Башнефтеразведка” тресының, 1950—67 йй. — “Башзападнефтеразведка” тресының (Октябрьский ҡ.) баш геологы. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге нефть эҙләү эштәре менән бәйле. М. етәкселегендә 70‑кә яҡын нефть ятҡылығы, ш. иҫ. Таймырҙа (Дүртөйлө районы), Маншыр нефть ятҡылыҡтары, асыла; тәрән һәм үтә тәрән (Ҡолғона‑1) скважиналар быраулана. Ленин (1959), Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары менән бүләкләнгән.

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.04.2023
Связанные темы рубрикатора: