Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИНЕРАЛЬ ҺЫУ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ

Просмотров: 1192

МИНЕРАЛЬ ҺЫУ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ, гидравлик яҡтан бер‑береһенә бәйле булған ярыҡ‑юлаҡ системаларының һәм ҡатлам коллекторҙарының сикләнгән майҙанлы өлөштәре, уларҙың сиктәрендә гидрогеол. факторҙарҙың йоғонтоһо аҫтында минераль һыуҙарҙы курорттарҙа файҙаланыу һәм шешәләргә тултырыу сәнәғәте өсөн һайлап алыуға уңайлы шарттар булдырыла. БР‑ҙа М.һ.я. төп өлөшө Көнсығыш Рәсәй ҡатмарлы бассейны һәм Урал алды ҡатмарлы бассейны сиктәрендә урынлашҡан (ҡара: карта). Дауалауға һәм эсергә яраҡлы һыуҙарҙың запасы аҫҡы һәм өҫкө пермь һыулы комплекстарынан торған бассейндарҙың өҫкө ҡатына тура килә. Иң ҙур ресурстары пермдең өфө ярусы соликамск горизонтының һәм көңгөр ярусы ирен горизонтының һыулы карбонатлы гипс ҡатламдарында тупланған. Тәбиғи ресурстарҙың модуле 3—3,7 л/с•км2 етә. Бальнеологик тәғәйенләнешле һыуҙар бассейндың аҫҡы (көңгөр аҫты) ҡатына тура килә, һыуҙың мул булыуы аҫҡы пермдең, урта һәм өҫкө карбондың карбонатлы әселе‑әртә тоҡомдарына хас. Шулай уҡ ҡара: Минераль һыу сығанаҡтары.

Р.Ф.Абдрахманов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

Карта: Минераль һыу ятҡылыҡтары

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: