Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МОЛЧАНОВ Анатолий Александрович

Просмотров: 1728

МОЛЧАНОВ Анатолий Александрович (15.8.1938, Ташкент), геофизик. Техник ф. д‑ры (1974), проф. (1981). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника хеҙм‑ре (1979), почётлы геолог (1988), почётлы эколог (2013). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1987). Новосибирск электротехник элемтә ин‑тын тамамлағандан һуң (1960) 1988 й. тиклем Бөтә Союз геол. разведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми‑тикшеренеү һәм проект-конструкторлыҡ ин‑тында (Октябрьский ҡ.) эшләй: инженер‑радиотехник, өлкән инженер, өлкән геофизик, баш геофизик, партия нач., лаб. мөдире, 1970 й. алып дир., бер үк ваҡытта 1984 й. башлап “Союзпромгеофизика” ғилми‑производство берекмәһенең (Калинин ҡ.) ген. дир. урынбаҫары. 1988 й. алып Бөтә Союз мәғдән геофизикаһы ин‑ты дир., 1992 й. — “Горный” Милли минерал‑сеймал ун‑тында: 2004 й. тиклем геофизика каф. мөдире (икеһе лә — С.‑Петербург). Фәнни‑производство эшмәкәрлеге нефть, мәғдән һәм күмер геофизикаһы б‑са тикшеренеүҙәргә бәйле. М. етәкс. быраулау процесында скважиналарҙы геофизик тикшереү өсөн ысулдар һәм аппаратура эшләнә: кабелдә ҡатламдарҙы һынап ҡарау аппараттары, үтә тәрән, горизонталь, ауыш йүнәлешле скважиналарҙы быраулау һәм файҙаланыу, уларҙың техник торошон контролдә тотоу, ятҡылыҡтарҙы үҙләштереү, скважиналар араһына сейсмоакустик томография үткәреү, ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу өсөн ҡорамалдар. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 90 уйлап табыу авторы. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1980).

Х е ҙ м.: Скважинные автономные измерительные системы с магнитной регистрацией. М., 1979 (авторҙ.); Геофизические исследования горизонтальных нефтегазовых скважин. СПб., 2001 (авторҙ.); Бескабельные измерительные системы для исследований нефтегазовых скважин (теория и практика). М., 2004 (авторҙ.). 

К.В.Антонов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: