Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МОРОЗОВ Сергей Григорьевич

Просмотров: 809

МОРОЗОВ Сергей Григорьевич (9.8. 1927, Вольск ҡ. — 18.1.1998, Мәскәү), геолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1977). Һарытау ун‑тын тамамлағандан һуң (1952) 1987 й. тиклем Башҡ‑н нефть ғилми‑тикшеренеү һәм проект ин‑тында эшләй: 1967 й. алып лаб. мөдире, 1974 й. — сектор мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге Көнсығыш Европа платформаһының көньяҡ‑көнсығышында рифей, венд һәм аҫҡы палеозой ултырмаларының тектоникаһын, стратиграфияһын, литологияһын һәм нефтле‑газлылыҡ перспективаларын тикшереү м‑н бәйле. М. тарафынан боронғо тоҡомдар комплексын параметрик быраулау нигеҙләнә. Башҡортостандың платформа өлөшөндә өҫкө протерозойҙың стратиграфия һәм корреляция схемаларын төҙөүҙә ҡатнаша (1981); аҫҡы рифейҙың арлан һәм йоҡа ҡамышлы свитаһын айырып күрһәтә. 160‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Геология и нефтегазоносность рифейских и вендских отложений Волго‑Уральской провинции. М., 1977 (авторҙ.). 

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: