Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МОРАҠ ДЕПРЕССИЯҺЫ

Просмотров: 981

МОРАҠ ДЕПРЕССИЯҺЫ, Урал алды бөгөлөнөң көньяҡ өлөшөндәге ҙур кире тектоник структура. БР терр‑яһында төньяҡта Шихан-Ишембай биләненән алып (Ишембай ҡ. киңлеге) көньяҡ сиккә тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған. М.д. 1—2 км тиклем ҡалынлыҡтағы флиш (карбон), биогерм (аҫҡы пермь), галоген (көңгөр ярусы) һәм ҡыҙыл төҫлө өҫкө пермь терриген ҡатламдары м‑н тулған тар тәрән асимметрик синклиналде кәүҙәләндерә. Тектоник һәм эрозия ярашмаусанлығы м‑н бүленгән кристалл нигеҙ тоҡомдарынан, рифей‑венд һәм палеозой ултырмаларынан торған 3 структур ҡат айырыла. Архей‑иртә протерозой йәшендәге кристалл нигеҙ кристаллы һәүерташтарҙан, гнейстарҙан, амфиболиттарҙан, метаморфланған интрузив тоҡомдарҙан ғибәрәт, үтә ныҡ бүлгеләнгән өҫтө рифей‑венд ултырма комплексының ҡалын ҡатламы м‑н бер аҙ тигеҙләнгән, уның структур планы нигеҙ структураһын сағылдыра, тик рельефтың шымартылған формалары м‑н айырыла. Палеозой ултырма комплексын силур, девон, таш күмер, пермь ҡатламдары тәшкил итә һәм мезо‑кайнозой ултырма тоҡомдары м‑н ҡаплана. 3 субмеридиональ зона айырыла: көнбайыш (тышҡы), үҙәк һәм көнсығыш (эске). Тышҡы зонаһындағы аҫҡы пермь ҡатламдарында ишембай тибындағы нефть ятҡылыҡтарын туплаған риф массивтары үҫешкән. Үҙәк зонала кинйәбулат тибындағы йыйырсыҡтарҙа Бөркөт, Волостновка, Воскресенск, Исем, Подгорный, Һарытау нефть һәм газ ятҡылыҡтары асылған. Эске зонала (Уралдың алғы йыйырсыҡтар зонаһы) ҡаплау шыуҙырмалары м‑н боҙолған юғары амплитудалы йыйырсыҡтар үҫешкән. 

Е.В.Лозин

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: