МОСТАЕВ Йәүҙәт Әхәт улы
МОСТАЕВ Йәүҙәт Әхәт улы (3.9. 1920, Стәрлетамаҡ ҡ. — 18.9.1999, Өфө), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1984). БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1974), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1978), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1980). 1939— 40 йй. совет‑финлянд һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1951) “Ишимбайнефть” нефть промыслаһы идаралығында өлкән инженер, промысла мөдире булып эшләй; 1960— 90 йй. Башҡ‑н нефть ғилми‑тикшеренеү һәм проект ин‑тында: өлкән инженер, 1965 й. алып лаб. мөдире, 1983 й. — сектор мөдире, 1986 й. — баш ғилми хеҙм‑р. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыуҙың термик ысулдарын уйлап табыуға, ғәмәлгә индереүгә һәм Арлан нефть ятҡылығында, Ишембай нефть ятҡылығында уларҙы ҡулланыу һөҙөмтәлелеген өйрәнеүгә бәйле. 100‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы. 3‑сө дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән (1944).
Х е ҙ м.: Электропрогрев призабойной зоны пласта скважин. Уфа, 1965; Применение тепловых методов в добыче нефти. Уфа, 1967.
Т.П.Гарасюта
Тәрж. Г.М.Ғәлиева