Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НИДЕРЛАНД

Просмотров: 2823

НИДЕРЛАНД, Н и д е р л а н д К о р о л л е г е (рәсми булмаған исеме Голландия), Көнбайыш Европалағы дәүләт, Төньяҡ диңгеҙ буйында урынлашҡан. Майҙаны — 41,5 мең км2. Баш ҡалаһы — Амстердам. Дәүләт башлығы — король (королева). Халҡы — 16,9 млн кеше (2012): голландтар (80,8%), немецтар (2,4%), индонезиандар (2,4%) һ.б. Рәсми тел — нидерланд. Диндарҙарҙың күпселеге — католиктар (30%) һәм протестанттар (21%). БР‑ҙың Н. м‑н бәйләнештәре РФ һәм Н. араһындағы мөнәсәбәттәр сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте м‑н Н. Иҡтисад министрлығы араһында Үҙ‑ара аңлашыу т‑да меморандумға (1997), БР‑ҙа тоҡомло мал үҫтереү б‑са проектты тормошҡа ашырыу т‑дағы килешеүгә (2007) ҡул ҡуйылған. 2003 й., 2006—09 йй., 2012 й. Н. компаниялары вәкилдәренең — Башҡортостанға, 2004 й., 2006—08 йй., 2012 й. БР делегацияһының Н. рәсми визиттары ойошторолған. БР‑ҙың БДБ‑нан башҡа илдәр м‑н тышҡы сауҙаһының дөйөм күләмендә Н. өлөшөнә 1,4% тура килә. БР м‑н Н. араһындағы тышҡы сауҙа әйләнеше 2012 й. 1347,6 млн АҠШ доллары тәшкил итә (2000 й. ҡарағанда 24,5%‑ҡа күберәк). БР‑ҙың Н. экспорты — 1328,8 млн АҠШ доллары (2000 й. — 322,5 млн доллар); уның тауар структураһында нефтехимия сәнәғәте һәм яғыулыҡ сәнәғәте продукцияһы өҫтөнлөк итә. А.х. машиналары, ҡорамалдар, сәскәселек, химия сәнәғәте продукцияһы импорты — 37,2 млн доллар (2000 й. — 7,6 млн доллар). БР‑ҙың Н. м‑н агросәнәғәт комплексы һәм машиналар эшләү өлкәләрендәге хеҙмәттәшлеге әүҙем үҫешә. 1986 й. тәүге тапҡыр картуфтың голланд сорттары Илеш р‑ны “Сөн” с‑зына килтерелә. 1996 й. “Агрико Проджект” голланд фирмаһы Мәләүез р‑нына орлоҡ картуфы, “Себеко Интернешнл Проджект” фирмаһы Өфө һәм Мәләүез р‑ндарына картуф үҫтереү ҡорамалдары килтерә. 2000—02 йй. “Мәҡсүт сыр заводы” ЯСЙ (Күгәрсен р‑ны) һәм “Алексеевка” с‑зы теплицаларын төҙөү голланд технологиялары б‑са алып барыла. 2007 й. башлап Туймазы р‑нында “Нерал‑Матрикс” АХП ЯСЙ Рәсәй-Нидерланд пр‑тиеһының малс‑ҡ комплексы эшләй. 2007 й. алып Нефтекама автозаводы “VDL” концерны м‑н берлектә “VDL‑НефАЗ” ҡала, ҡала‑ара, туристик автобустарын етештерә. 2012 й. БР‑ҙа Н. капиталын йәлеп иткән 8 берлектәге пр‑тие эшләгән. БДАУ, БДПУ м‑н Дронтен ҡ. Аграр‑педагогия ин‑ты араһындағы хеҙмәттәшлек т‑дағы килешеүгә (2003) ярашлы, БР студенттары һәм аспиранттары йыл һайын Н. белем ала. Рәсәй а.х. фәндәре акад. Башҡ‑н фәнни үҙәге ғалимдары Ғәмәли фәндәр ун‑ты (Вагенинген ҡ.) коллегалары м‑н ғилми хеҙмәттәшлек алып бара. Н. Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең (1990), БР‑ҙың башҡорт филармонияһы артистарының (1990), Опера һәм балет театрының балет труппаһы (1996), Р.А.Заһретдиновтың (1997) гастролдәре була; Халыҡ‑ара милли бейеүҙәр фестивалендә Ф.Ғәскәров ис. халыҡ бейеүҙәре ансамбле — “Иңяҡшы ансамбль” призына һәм алтын миҙалға (1996), Халыҡ‑ара фольклор фестивалендә Стәрлетамаҡ филармонияһының Бейеү театры артистары ш. уҡ алтын миҙалға лайыҡ була (2006). Н. м‑н А.Д.Вакульский эшмәкәрлеге бәйле. 

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: