Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮБӘНГЕ НОВГОРОД ӨЛКӘҺЕ

Просмотров: 1317

ТҮБӘНГЕ НОВГОРОД ӨЛКӘҺЕ, РФ субъекты. Көнсығыш Европа тигеҙлегенең үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Кострома, Киров өлк., Марий Эл, Сыуашстан һәм Мордовия респ., Рязань, Владимир һәм Иваново өлк. м‑н сиктәш. Үҙәге — Түб. Новгород ҡ. (1932—90 йй. Горький ҡ.). 1929 й. 14 ғин. Түб. Новгород крайы булараҡ ойошторола, 1932 й. алып Горький крайы, 1936 й. — Горький өлк., 1990 й. Т.Н.ө. тип үҙгәртелә. 48 район, 28 ҡала һәм 69 ҡала тибындағы ҡасабаны үҙ эсенә ала. Волга буйы федераль округына ҡарай. Майҙаны — 76,9 мең км2.

Халҡы — 3,3 млн кеше, ш. иҫ. 691 башҡорт (2010). Халыҡтың тығыҙлығы — 43 кеше/км2. 78,3%‑ы ҡалала йәшәй; иң ҙур ҡалалары — Түб. Новгород (1,2 млн кеше), Дзержинск (240 мең), Арзамас (105,8 мең), Саров (92 мең). Иҡт. әүҙем халҡының һаны – 1743,4 мең кеше. Милли составы (%): урыҫтар — 95,1, татарҙар — 1,35, мордвалар — 0,59, украиндар — 0,54 һ.б.

Башҡортостан м‑н Т.Н.ө. м‑н араһында борондан килгән тарихи бәйләнештәр бар. Сауҙа мөнәсәбәттәре Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң башлана, тимер юл транспорты һәм йылға транспорты үҫеше м‑н нығый. 1736 й. Ырымбур экспедицияһы (1734—44) өсөн Түб. Новгород халҡы 7 мең һум аҡса йыя. 18 б. — 19 б. 1‑се ярт. Көньяҡ Уралдағы тау заводы хужалары И.И.Бекетов (ҡара: Бекетовтар), М.П.Губин (ҡара: Губиндар), Н.Н.Демидов (ҡара: Демидовтар) һ.б. Түб. Новгород крайында һатып алынған крепостной крәҫтиәндәрҙе Урал тау з‑дтарына күсергән. 1896 й. Түб. Новгородта үткән күргәҙмәлә Златоуст ҡорал фабрикаһы изделиелары алтын һәм көмөш миҙалдарға лайыҡ булған. Түб. Новгород (Макарьевка) йәрминкәһенә тау, күн заводтары, поташ заводтары продукцияһы, ағас, тоҙ, иген һәм он, мамыҡ изделиелар (шәл, яулыҡ) һ.б. оҙатылған. Түб. Новгородтан Минзәлә, Өфө, Троицк, Ырымбур ҡҡ. халыҡ кәсебе әйберҙәре, киндер сүсе, туҡыма һ.б. килтерелгән. 1960—70 йй. БАССР‑ҙа нефть эшкәртеү сәнәғәте һәм нефтехимия сәнәғәте з‑дтары Горький ҡ. килтерелгән ҡорамал һәм материалдар м‑н тәьмин ителгән. 1968 й. алып Дзержинск химия комб‑тына Өфө НЭЗ‑ынан ГИПХ‑1056 катализаторы ебәрелгән. 1975 й. “Горькнефтеоргсинтез” ПБ‑нда Нефтехимия эшкәртеү институты проекттары б‑са нефть ҡыуыу һәм газ конденсаты ҡоролмалары төҙөлгән, 1970—80 йй. шунда уҡ НИИнефтехим регламенттары б‑са сәнәғәт ҡоролмалары үҙгәртеп ҡорола һәм нефть сеймалынан юғары сифатлы эреткестәр етештереү яйға һалына.

БР м‑н Т.Н.ө. араһында соц.‑иҡт., фәнни‑техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек т‑да килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған (1994, 1999, 2007). БР м‑н Т.Н.ө. сауҙа әйләнеше 2007 й. 6,4 млрд һумдан ашыу тәшкил итә. Горький дәүләт драма театры сәхнәһендә М.Кәримдең “Ай тотолған төндә” пьесаһы б‑са спектакль ҡуйылған (1966), ш. уҡ Горькийҙа Ҡурсаҡ театрының гастролдәре була (1978). “Күңелле Кәзә” (“Весёлая Коза”) Бөтә Рәсәй театр кисәләре фестивалендә Милли Йәштәр театрының урыҫ труппаһы — дипломант, Л.М.Әхмәтвәлиев лауреат исеменә лайыҡ була (Түб. Новгород, 2008). Т.Н.ө. тыуған Н.Н.Боголюбов, Г.В.Голубцов, Н.М.Дроздов, С.Е.Журавлёва, П.Ф.Ищериков, А.Ф.Леонтьев, Н.И.Мешалкин, Э.А.Мухачёва, В.Н. Травницкий, Л.В.Яковлева һ.б. эшмәкәрлеге Башҡортостан м‑н бәйле.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: