Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НОТАРИАТ

Просмотров: 992

НОТАРИАТ (лат. notarius — секретарь), юридик көсө булған эшмәкәрлек аша граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен тәьмин итергә тейешле органдар системаһы. БР‑ҙа нотариаль эшмәкәрлек “Рәсәй Федерацияһының нотариат тураһындағы ҡануниәте нигеҙҙәре” нә (1993) һәм “Нотариат тураһында” БР законына (1993) ярашлы тормошҡа ашырыла. Республикала нотариаль хеҙмәттәрҙе шәхси нотариаль контораларҙың 198 нотариусы (2013) күрһәтә. Уларҙың эшмәкәрлеген БР Нотариаль палатаһы контролдә тота (1995 й. алып). Нотариустар килешеүҙәрҙең дөрөҫлөгөн раҫлай; мираҫҡа хоҡуҡ т‑да таныҡлыҡ бирә һәм мираҫ ителгән мөлкәтте һаҡлау сараларын күрә; ир м‑н ҡатындың уртаҡ мөлкәтендәге өлөшкә милек хоҡуғы т‑да таныҡлыҡ бирә; мөлкәтте тартып алыуға тыйыу һала йәки юҡҡа сығара; ҡултамғаның ысынлығын, күсермәләрҙең, өҙөмтәләрҙең, тәржемәләрҙең дөрөҫлөгөн раҫлай һ.б. Башҡортостанда Н. институты Нотариаль положение (1866) б‑са округ судтарында ойошторолған, был Положениеға ярашлы, нотариаль эшмәкәрлекте нотариаль конторалар алып барған; 1919 й. башлап Өфө губерна юстиция бүлеге һәм өйәҙ юстиция бюролары ҡарамағында нотариаль өҫтәлдәр эшләгән. 1921 й. нотариаль өҫтәлдәр Стәрлетамаҡ ҡ. — АСБР Юстиция ХК эргәһендә, Өфө, Бөрө, Мәләүез ҡҡ. АСБР Кантон юстиция бюроһы эргәһендә асыла. 1922 й. РСФСР дәүләт Н. һәм БАССР халыҡ Н. т‑да положениелар, 1926 й. — “Дәүләт нотариатын ойоштороуҙың төп принциптары тураһында” СССР ҮБК һәм ХКС ҡарары, 1973 й. “Дәүләт нотариаты тураһында” СССР законы һәм БАССР‑ҙа шундай уҡ норматив акттар ҡабул ителә.

Әҙәб.: М а л и к о в М.К. История становления государственно-правовых учреждений Башкирии (1917—1924 гг.). Уфа, 1989.  

А.З.Йәнекәев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: