МАТВЕЕВА Любовь Дмитриевна
МАТВЕЕВА Любовь Дмитриевна (8.1.1962, Ҡаҙаҡ ССР‑ының Затобольск ҡсб), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (2007), проф. (2007). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1983) Ахалкалаки ҡ. — мәктәптә, 1984 й. алып 1‑се пед. уч‑щеһында, 1986 й. — Интернациональ дуҫлыҡ музейында (икеһе лә — Өфө), 1995 й. — Өфө дәүләт иҡт. һәм сервис ун‑тында (2000 й. башлап туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ каф. мөдире урынбаҫары, 2007 й. — каф. мөдире) эшләй. Фәнни хеҙмәттәре милли дәүләт ҡоролошо историографияһы мәсьәләләренә, Рәсәйҙә эшҡыуарлыҡ тарихына арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Х е ҙ м.: Социально-экономические процессы 1917 г. в национальных регионах (на примере Башкирии). Уфа, 2004; Отечественная историография национально-государственного строительства в Среднем Поволжье и Приуралье (1917—1936 гг.). Уфа, 2006.
Тәрж. М.Х.Хужин