Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БАШҠОРТОСТАН ТАРИХЫ БУЙЫНСА МАТЕРИАЛДАР”

Просмотров: 1351

“БАШҠОРТОСТАН ТАРИХЫ БУЙЫНСА МАТЕРИАЛДАР” (“Материалы по истории Башкортостана”), 18 б. тарихи сығанаҡтарының системалаштырылған ғилми-археографик баҫмаһы. СССР ФА‑ның Тарих-археография ин‑ты (Мәскәү) 1936—56 йй. 5 томда сығара, 2002 й. 6‑сы т. донъя күрә. “XVII б. һәм XVIII б. тәүге яртыһында башҡорт ихтилалдары” исемле 1‑се т. (1936; төҙөүсеһе А.П.Чулошников), “XVII б. һәм XVIII б. тәүге яртыһында Башҡортостанда феодаль мөнәсәбәттәр һәм башҡорт ихтилалдары” тип аталған баш һүҙҙән һәм башҡорт ихтилалы (1704—11), башҡорт ихтилалдары (1735—40) һ.б. тарихына ҡағылышлы документтарҙан тора. 2‑се т. (нәшер ителмәгән) баҫмаға Чулошников, Н.К.Дмитриев, Ш.И.Типеев әҙерләй. Ҡулъяҙмалар (Дмитриев тәржемәһендә урыҫ, сығатай һәм иҫке татар телендә) башҡорт ихтилалы (1755—56) тарихы б‑са документтарҙы (Ғилми архивта һаҡланалар) үҙ эсенә ала. 3—6‑сы тт. төҙөүсеһе — Н.Ф.Демидова. “XVIII б. тәүге яртыһында Башҡортостанда иҡтисади һәм социаль мөнәсәбәттәр” исемле 3‑сө т. (1949; яуаплы мөхәррире Б.Д.Греков) тәүге тапҡыр 4 документтың факсимилеһы баҫтырыла. “XVIII б. 50—70‑се йылдарында Башҡортостанда иҡтисади һәм социаль мөнәсәбәттәр һәм Ырымбур крайы менән идара итеү” исемле 4‑се т. 2 өлөштән тора. 1‑се өлөшөнә (1956) ер мөнәсәбәттәре (ҡара: Ер биләү, Ерҙе файҙаланыу) тарихы б‑са документтар һәм “Өфө һәм Ырымбур ҡәлғә конторалары фондтарында һаҡланыусы XVIII б. өсөнсө сирегенә ҡараған ҡәлғәләрҙең теркәү китаптары исемлеге” тигән ҡушымта, 2‑се өлөшөнә (1956) тау сәнәғәтенең үҫеш тарихы, хәрби хеҙмәтте ойоштороу (ҡара: Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте) б‑са документтар ингән. “Башҡортостан XVIII б. һуңғы сирегендә” исемле 5‑се т. (1956; 4— 5‑се тт. яуаплы мөхәррире Н.В.Устюгов) 18 б. төбәктең соц.-иҡт. тарихы б‑са документтарҙан тора, “Өфө, Ырымбур һәм Силәбе ҡәлғә конторалары фондтарында һаҡланыусы XVIII б. өсөнсө сирегенә ҡараған ҡәлғәләрҙең теркәү китаптары исемлеге”, “XVIII б. һуңғы сирегендә Ырымбур губернаһында аҙыҡ-түлек һәм фураж хаҡтары тураһында ведомость”, “XVIII б. һуңғы сирегендә Көньяҡ Урал заводтары сығарған продукция күләме тураһында ведомость” тип аталған ҡушымталарҙы үҙ эсенә ала; “Ырымбур экспедицияһы һәм XVIII б. 30‑сы йылдарында башҡорт ихтилалдары” исемле 6‑сы т. (2002; яуаплы мөхәррире Ю.М.Әбсәләмов) Ырымбур экспедицияһын (1734—44) ойоштороу һәм үткәреү, Ырымбур ҡ. нигеҙ һалыу, 1735— 40‑сы йй. башҡ. ихтилалдары тарихы б‑са документтар һәм ҡушымта (биографик мәғлүмәттәр һәм Демидованың фәнни хеҙмәттәре исемлеге) ингән. Һәр том инеш, библиография, төрки телендәге документтарҙың факсимилеһы, исемлек, геогр. һәм систематик предмет күрһәткестәре, терминологик һүҙлек, документтар тексына аңлатмалар, “Йыйынтыҡта осраған 18 б. башҡорт тамғалары” табл., карталар м‑н тулыландырылған. Рәсәй дәүләт боронғо акттар архивы, Рәсәй дәүләт хәрби-тарих архивы, Рәсәй дәүләт тарих архивы, Рәсәй дәүләт хәрби-диңгеҙ флоты архивы, Дәүләт тарих музейы (бөтәһе лә — Мәскәү), БР‑ҙың Үҙәк тарих архивы, БР Йәмәғәт берекмәләренең үҙәк архивы (икеһе лә — Өфө), Силәбе өлк. Дәүләт архивы (Силәбе ҡ.) фондтарындағы документтар файҙаланылған.

Ю.М.Әбсәләмов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019