Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МЕЙӘС ЗАВОДЫ

Просмотров: 841

МЕЙӘС ЗАВОДЫ, 1776 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1773) Себер даруғаһының Барын-, Ҡара-Табын һәм Ҡыуаҡан улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Мейәс й. буйында Л.И.Лугинин (ҡара: Лугининдар) тарафынан баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Лугининдар, 1798 й. алып Дәүләт ассигнация банкыһы. Златоуст тау сәнәғәте округына ҡараған. 1777 й. эшләй башлай. 4 баҡыр иретеү мейесе була, 1779 й. тағы 2 мейес сафҡа индерелә. 1797 й. 8 иретеү һәм 4 шплейзофен мейесе, йәмшәйтеү сүкеше, 19 б. башында 6 иретеү мейесе, 1 крица һәм 4 гармахер горны, йәмшәйтеү сүкеше була. 1816 й. завод тимер прокатлауға ҡулайлаштырыла, йәйеү мейесе, 4 крица горны ҡуйыла. Завод 6 (19 б. башында 5) рудникка хужа була. 18 б. аҙ. М.з. 122 мең дисәтинәнән ашыу ер биләй. М.з. 153,9 мең бот баҡыр иретелә; макс. етештереүсәнлек 4,9 мең бот тәшкил итә (1798, 1805). 1799—1800 йй. баҡыр иретелмәй. 1823 й. завод алтын йыуыуға ҡулайлаштырыла, 1829 й. ябыла. Хәҙ. завод ҡасабаһы урынында Силәбе өлк. Мейәс ҡ. урынлашҡан. 

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019