Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НИКОЛЬСК ЗАВОДЫ

Просмотров: 754

НИКОЛЬСК ЗАВОДЫ, 1899 й. Әй й. буйында Өфө губернаһының Әйле улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә сауҙагәр М.А.Архипов тарафынан суйын иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Архипов, 1901 й. дек. алып А.Ф.Бейвель м‑н берлектә, М.С.Клейман (1902 й. апр. алып), Бейвель (1902 й. дек. алып), Г.П.Шель (1903 й. алып), Злоказовтар (1910 й. алып); 1917 й. һуң национализациялана. Никольск тау округына ингән. 1899 й. эшләй башлай. Һалҡын һауа өрҙөрөлгән домна мейесе, һауа өрҙөрөү машинаһы, 1904 й. домна мейесе, вагранкаһы, һауа йылытыу аппараты, 2 электр двигателе, 2 пар машинаһы, 1910 й. домна мейесе, вагранкаһы, һауа йылытыу аппараты, 2 пар машинаһы, турбинаһы була, 1912 й. мартен мейесе ҡуйыла, 1917 й. домна һәм мартен мейесе, 2 вагранкаһы була. 1900 й. Н.з. — 1, 1907 й. — 3, 1912 й. — 4 (ш. иҫ. 2 ҡуртымға алынған) руднигы була. Заводта 1904 й. — 68, 1907 й. — 80, 1910 й. — 48 эшсе иҫәпләнә. Макс. суйын иретеү — 349,4 мең бот (1914), ҡойолған әйберҙәр етештереү 38,7 мең бот (1907) тәшкил итә. 1912 й. вагон һәм паровоз деталдәре, һауыт-һаба, двигателдәргә запас частар етештереү яйға һалына. Беренсе донъя һуғышы йылдарында завод миналар һәм ҡорал заводтары өсөн деталдәр ҡойоу м‑н шөғөлләнә. Н.з. изделиелары Көнбайыш Себер күргәҙмәһендә (Омск ҡ., 1911) көмөш миҙалға лайыҡ була. 1920 йй. уртаһында ябыла.

Әҙәб.: Б у р а н о в Ю.А. Акционирование горнозаводской промышленности Урала (1861—1917). М., 1982.  

З.И.Гудкова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019