НОВИКОВ Валентин Аполлонович
НОВИКОВ Валентин Аполлонович (1837—1880, Өфө), тыуған яҡты өйрәнеүсе. Новиковтар нәҫеленән. 1861 й. Өфө өйәҙенең мировой аралашсыһы, 1862 й. алып Өфө өйәҙе һәм Златоуст өйәҙе дворяндары (ҡара: Дворянлыҡ) башлығы, 1871—80 йй. Өфө губ. дворяндары башлығы. Н. 1861 й. 19 февр. сыҡҡан “Крепостной бойондороҡлоҡтан ҡотолған крәҫтиәндәр тураһында положение” ны Башҡортостан биләмәләрендә ғәмәлгә ашырыуҙа (ҡара: Крәҫтиән реформаһы) әүҙем ҡатнаша. Н. юллауы б‑са Мариин ҡыҙ балалар гимназияһында аҫыл һөйәк ҡатын-ҡыҙҙар пансионы асыла. Н. төп хеҙмәте — “Өфө дворяндары тарихы өсөн материалдар йыйынтығы” (“Сборник материалов для истории Уфимского дворянства”; 1879) — Н.А.Гурвичтың өҫтәмәләре м‑н 1903 й. яңынан нәшер ителә.
Х е ҙ м.: Очерк колонизации башкирского края //Историческая библиотека. 1878. №12.
Г.Т.Хөсәйенова
Тәрж. М.Х.Хужин