Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БАШҠОРТ АВТОНОМИЯЛЫ СОВЕТ СОЦИАЛИСТИК РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ БАРЛЫҠҠА КИЛЕҮЕ”

Просмотров: 774

“БАШҠОРТ АВТОНОМИЯЛЫ СОВЕТ СОЦИАЛИСТИК РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ БАРЛЫҠҠА КИЛЕҮЕ” (“Образование Башкирской Автономной Советской Социалистической Республики”; Өфө, 1959), 1917—25 йй. тарихи сығанаҡтарҙың системалаштырылған ғилми‑археографик баҫмаһы. ТТӘИ тарафынан эшләнгән; мөхәррире һәм яуаплы төҙөүсеһе Б.Х.Юлдашбаев. БАССР төҙөлөү, сиктәрҙе рәсмиләштереү, власть һәм идара итеү органдарын ойоштороу, милли, ер һ.б. мәсьәләләрҙе хәл итеү м‑н бәйле 477 документ һәм материал ингән. 6 бүлектән һәм 59 бүлексәнән тора; ш. уҡ инеш, исемлек һәм геогр. күрһәткестәр, документтар исемлеге, карталар, иҫкәрмәләр бар. Йыйынтыҡ материал ҡуйылышының хронологик- тематик принцибы б‑са төҙөлгән, һәр бүлек билдәле бер мәсьәләгә арналған. Йыйынтыҡҡа ингән 350 архив документының 340‑ы тәүге тапҡыр баҫылған. БР‑ҙың Үҙәк тарих архивы, Йәмәғәт берекмәләренең үҙәк архивы, Рәсәй дәүләт соц.‑сәйәси тарих архивы, РФ дәүләт архивы, Ырымбур өлк. һәм С.‑Петербург архивтары фондтарындағы документтар файҙаланылған.

 

М.М.Ҡолшәрипов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019