Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОБЫДЁННОВА Гөлнара Тәлғәт ҡыҙы

Просмотров: 1144

ОБЫДЁННОВА Гөлнара Тәлғәт ҡыҙы (11.4.1955, Силәбе ҡ.), археолог. Тарих ф. д‑ры (2002), проф. (2002). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1978) БДПУ‑ла эшләй: 1988 й. алып тарих ф‑ты деканы, 2007 й. — Тарихи һәм хоҡуҡи белем ин‑ты дир., 2015 й. башлап дөйөм тарих һәм тарихи‑мәҙәни мираҫ каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре Урал-Волга буйының бронза быуатына, Бура мәҙәниәтенә, археология историографияһына арналған. Бер нисә археологик ҡомартҡыны, ш. иҫ. Бикҡол торамаларын, Мораҙым торамаһын, Төбәк торамаһын, Яңы Ҡабан ҡаласығын, өйрәнә. 130‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. Өфө тарихы (ҡара: Өфөнө өйрәнеү) б‑са тәүге дәреслектәр, авторы. “Өфөнө өйрәнеү” үҙәге етәксеһе.

Х е ҙ м.: Археологические памятники Южного Приуралья эпохи железа. Уфа, 1998 (авторҙ.); Очерк истории Урало-Поволжской археологии первой половины XX столетия. Уфа, 2002; Древние живописцы Урала. Уфа, 2012 (авторҙ.).

В.А.Иванов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019