Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОВЧИННИКОВ Реджинальд Васильевич

Просмотров: 918

ОВЧИННИКОВ Реджинальд Васильевич (27.3.1926, Урал өлк. Ишем ҡ. — 2.8.2008, Мәскәү), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1981). Мәскәү тарих-архив ин‑тын тамамлаған (1952). 1955 й. алып Үҙәк дәүләт боронғо акттар архивында, 1963 й. — Мәскәү тарих- архив ин‑тында, 1971 й. — РФА‑ның Тарих ин‑тында эшләй. Фәнни хеҙмәттәре 18—19 бб. Рәсәйҙең сәйәси һәм соц. үҫеше, халыҡтар хәрәкәте, ш. иҫ. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) тарихына һәм уның А.С.Пушкин әҫәрҙәрендә сағылышына арналған. 200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. “Башҡортостанда 1773—1775 йылдарҙа Крәҫтиәндәр һуғышы” (“Крестьянская вой‑ на 1773—1775 на территории Башкирии”; 1975) документтар йыйынтығын төҙөй, “Ырымбур Пушкин энциклопедияһы”н (“Орен‑ бургская Пушкинская энциклопедия”; 1997), “Салауат Юлаев” (“Салават Юлаев”; 2004) энциклопедияһын эшләүҙә ҡатнаша.

Х е ҙ м.: Пушкин в работе над архивными документами (“История Пугачёва”). Л., 1969; Манифесты и указы Е.И.Пугачёва: источниковед. исслед. М., 1980; Следствие и суд над Е.И.Пугачёвым и его сподвижниками: источниковед. исслед. М., 1995.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019