Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НОСРАТУЛЛИН Вил Ҡасим улы

Просмотров: 1101

НОСРАТУЛЛИН Вил Ҡасим улы (19.8.1946, БАССР‑ҙың Нуриман р‑ны Ҡыҙылъяр а.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1997), проф. (2001). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1975) шунда уҡ эшләй, 1985 й. алып Иҡт. тикшеренеүҙәр бүлегенең өлкән ғилми хеҙм‑ре, 1990 й. — БАХИ‑ның иҡт. кибернетика каф. мөдире, 1992 й. — Соц.-иҡт. тикшеренеүҙәр ин‑тында: өлкән ғилми хеҙм‑р, 1994 й. башлап төп ғилми хеҙм‑р, 1997 й. — бүлек мөдире һәм РФА‑ның Урал бүлексәһе Иҡтисад ин‑тының Өфө лаб. төп ғилми хеҙм‑р, 2012—13 йй. фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары, бер үк ваҡытта сектор мөдире. 1998 й. алып Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. баш ғилми хеҙм‑ре, ғилми-тикшеренеү бүлеге нач., 2000—12 йй. БДАУ‑ҙа (2009 й. тиклем иҡт. теорияһы каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1997—2002 йй. Көнсығыш иҡт.‑юридик гуманитар акад. иҡт. теорияһы һәм бизнес ойоштороу каф. мөдире. 2014 й. башлап БДУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре аграр теорияға һәм сәйәсәткә, яңыртыу процестарының моделен әҙерләүгә, тигеҙ булмаған иҡт. теорияһын әҙерләүгә арналған. 420‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Н.И.Тоҡомбәтов ис. пр. лауреаты (2012).

Х е ҙ м.: Имитационные системы в планировании животноводства. Уфа, 1991; Рента и регулирование экономических отношений (в новейшей модели экономики). Уфа, 1996; Неравновесная экономика. 2‑е изд., доп. М., 2006.  

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019