Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ОДЕЖДА”, предприятие

Просмотров: 1103

“ОДЕЖДА” ф а б р и к а һ ы, ҡатын-ҡыҙҙар, ирҙәр һәм балалар өсөн, ш. уҡ махсус кейем етештергән. 1929 й. “Швейник” баш кейемдәре тегеү артеле булараҡ ойошторола, 30‑сы йй. “Игла” артеле (баш, өҫ кейемдәре тегеү; ойоҡ һәм буяу оҫтаханалары була) тип үҙгәртелә. 1941 й. алып Стәрлетамаҡ тегеү ф‑каһы (1946 й. тиклем хәрби обмундирование: бекештар, шинелдәр, һырмалар), 1990 й. — ЯАЙ, 1994 й. — ААЙ, 1998 й. — “О.” ф‑каһы, 2009 й. ябыла. Составына эксперименталь, тегеү цехтары ингән. 2002 й. 455 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: