МИЛЛЕР Герард Фридрих
МИЛЛЕР Герард Фридрих (18.10. 1705, Херфорд ҡ., Вестфалия — 11.10.1783, Мәскәү), тарихсы. Проф. (1731). Ринтельн (1722—24) һәм Лейпциг (1724—25) ҡҡ. ун‑ттарында, 1725 й. алып Петербург ФА‑ла уҡыған. 1728 й. башлап “Санкт-Петербургские ведомости” (“Санкт-Петербург хәбәрҙәре”) гәз. 1‑се мөхәррире. 1733—43 йй. Себерҙе өйрәнеү экспедицияһында ҡатнаша. Урал аръяғы башҡорттары, мариҙар, удмурттар һәм сыуаштар т‑да лингвистик һәм тарихи материалдар, Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75), Салауат Юлаев, Юламан Ҡушаев, Ҡаранай Моратов хаҡында тарихи мәғлүмәттәр йыя һәм баҫтырып сығара.
Х е ҙ м.: Описание живущих в Казанской губернии языческих народов, яко-то: черемис, чуваш и вотяков... СПб., 1791; История Сибири: в 3 т. М., 1999—2005.
Әҙәб.: Б е л к о в е ц Л.П. Россия в немецкой исторической журналистике XVIII в. Томск, 1988.
И.В.Кучумов
Тәрж. М.Х.Хужин