Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯРЛЫЛАР КОМИТЕТЫ

Просмотров: 1134

ЯРЛЫЛАР КОМИТЕТЫ, 1918—20 йй. Рәсәйҙә ауыл ярлыларының ауыл һәм улус ойошмалары. РСФСР ХКС‑ының 1918 й. 11 июнендәге “Ауыл ярлыларын ойоштороу һәм тәьмин итеү тураһында” декретына ярашлы аҙыҡ‑түлек отрядтарына продразвёрстканы ғәмәлгә ашырыуҙа (ҡара: Хәрби коммунизм) булышлыҡ итеү өсөн булдырыла. Урындағы советтар, партия органдары, аҙыҡ‑түлек отрядтары тарафынан ойошторола һәм кулак, байҙарҙы индермәйенсә ауыл кешеләрен үҙ эсенә ала. Иген һәм а.х. ҡорамалдарын тартып алыу һәм бүлеү м‑н шөғөлләнә, ш. уҡ ауылдың хужалыҡ тормошо мәсьәләләрен хәл итә, Ҡыҙыл Армияға мобилизация үткәрә, ерҙәрҙе яңынан бүлә, мәҙәни‑ағартыу эштәре һ.б. алып бара.

Өфө губернаһында Я.к. 1918 й. майынан булдырыла: Өфө өйәҙенең Свято‑Троицк улусында большевиктар тарафынан губернала тәүге ярлы крәҫтиәндәр советы ойошторола. Шулай уҡ һул эсерҙар етәкселегендә төҙөлә. 1918 й. 31 майында — 3 июнендә Өфөлә батрактар һәм ауыл ярлыларының губерна съезы үткәрелә. 1918 й. май аҙ. Чехословак айырым корпусының баҫып инеүе һәм артабан губерна терр‑яһында совет власының ҡолатылыуы (ҡара: Граждандар һуғышы) ярлылар ком‑ттарын ойоштороуҙы туҡтата. Бәләбәй өйәҙендә, Минзәлә өйәҙендә, Бөрөөйәҙенең ҡайһы бер улустарында, Стәрлетамаҡ өйәҙендәһәм Өфө өйәҙендә1918 й. дек. яңынан ойошторолған Я.к. 1919 й. мартына тиклем эшләй. 1919 й. йәйенән Я.к. партия органдары м‑н берлектә урындағы советтарҙы тергеҙә. 1919 й., Өфө губ. 1920 й. башында бөтөрөлә.

Г.В.Мордвинцев

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019