Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КУЗНЕЦОВ Иван Максимович

Просмотров: 547

КУЗНЕЦОВ Иван Максимович (яҡынса 1732 — 1767/68), Өфө провинцияһының отставкалағы унтер-офицерҙары, драгундары һәм һалдаттарынан (ҡара: Хеҙмәтле кешеләр) Уложенный комиссия депутаты. Минзәләлә городовой рота писары була. Комиссияға Бөрө һәм Красноуфимск ҡәлғәһе хеҙмәтле кешеләренең ер м‑н файҙаланыуын көйләү, ш. уҡ Минзәлә халҡының Смоленск шляхтаһы кешеләрен (ҡара: Полоцк һәм Смоленск шляхтаһы) воевода итеп тәғәйенләүҙе тыйыу, отставкалағы һалдаттарҙың хеҙмәт иткән балаларын ҡарауыл хеҙмәтенән азат итеү һәм шляхтичтар м‑н бер үк хоҡуҡтар биреү һ.б. т‑дағы наказдарын еткерә. Комиссияла Минзәлә ҡ. халҡын Өфө провинцияһынан Ҡазан губернаһы ҡарамағына биреү, отставкаға сыҡҡан һалдаттарға йәшәү урынын һайлау мөмкинлеген ҡалдырыу, Рангылар табеленең хәрби хеҙмәт өсөн дворян дәрәжәһе алыу т‑дағы положениеһын һалдат балаларына ҡарата ла ҡулланыу өсөн сығыш яһай. 1768 й. К. урынына Д.Ф.Докшин һайлана.

Әҙәб.: Кулбахтин И.Н., Кулбахтин Н.М. Наказы народов Башкортостана в Уложенную комиссию 1767—1768 гг. Уфа, 2005.

И.М.Васильев

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019