Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИГНАТ ҒИБӘҘӘТХАНАҺЫ

Просмотров: 1051

ИГНАТ ҒИБӘҘӘТХАНАҺЫ, Игнатий ғибәҙәтханаһы, Ямаҙыташ, палеолит археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 14—13‑сө мең йыллыҡтарға ҡарай. Игнатий мәмерйәһе (оҙонлоғо яҡынса 630 м, коридор тибында, ауыҙы көньяҡкөнсығышта) исеме м‑н аталған. Силәбе өлк. Серпиевка а. төньяҡкөнбайышҡа табан 8 км алыҫлыҡта Эҫем й. уң ярында урынлашҡан. Мәмерйә 1760 й. П.С.Паллас тарафынан тасуирлана, тора булараҡ С.И.Руденко (1913), С.Н.Бибиков (1938), М.А.Бадер (1951), О.Н.Бадер (1960—61) өйрәнгән. 1980—86 йй. В.Т.Петрин, С.Е.Чаиркин һәм В.Н.Широков тарафынан мәмерйәләге яҙыуҙар (ҡара: Ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәр) асыла һәм тикшерелә. Саҡматаштан һәм йәшмәнән эшләнгән әйберҙәр (1350 дана; нуклеустар, тишкестәр, ҡырғыстар), һөйәк муйынсаҡтар, аҡ төлкө һәм үгеҙҙең ҡаҙыҡ тештәренән эшләнгән сулпылар, охра, күмер табылған. Ҡыҙыл һәм ҡара буяуҙар м‑н төшөрөлгән 50‑гә яҡын һүрәт төркөмө асыҡланған. Кеше һынлы (ирҙәр һәм ҡатынҡыҙҙар) һәм геом. (меандрҙар, өсмөйөш, параллелограмм) фигуралар, хайуан һүрәттәре (үгеҙ, дөйә, йылҡы, мамонттар, мөгөҙморон) күпселекте тәшкил итә. Һүрәттәрҙең береһендә ҡатынҡыҙ (уңыш алиһәһе, тип фараз ителә), мөгөҙморон һ.б. хайуандар, төрлө билдәләр; башы осонда өс нур булған кеше һыны (мәжүси илаһ — ямғыр, күк күкрәү һәм йәшен илаһы) төшөрөлгән. Ҡомартҡы таш быуат дәүерендә Көньяҡ Урал халҡының анимизм, тотемизм, инициация йолаларына бәйле дини күҙаллауҙары булыуын раҫлай.

Әҙәб.: Петрин В.Т. Палеолитическое святилище в Игнатиевской пещере на Южном Урале. Новосибирск, 1992; Широков В.Н. Древнейшее искусство уральских пещер. Екатеринбург, 1995.

В.Г.Котов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019