Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛОГИНОВ Борис Георгиевич

Просмотров: 1166

ЛОГИНОВ Борис Георгиевич (4.8.1899, Бөрө ҡ. — 9.6.1993, Өфө), химик. Техник ф. канд. (1952). Томск ун‑тын тамамлағандан һуң (1925) Башҡ‑н ХХС‑ның үҙәк химия лаб. мөдире. 1934 й. алып “Башнефть” берекмәһендә: Үҙәк ғилми‑тикшеренеү лаб. мөдире, дир., баш инженеры. 1947—66 йй. Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ‑нда: бүлек мөдире, лаб. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре Ишембай нефть ятҡылығының карбонат коллекторҙарын к‑талар м‑н эшкәртеү технологияларын эшләүгә, урындағы сеймалдың төҙөлөш материалдары сығарыу өсөн яраҡлы булыуын тикшереүгә һ.б. арналған. Л. етәкс. хромиттарҙағы хром окисын билдәләү ысулы, ҡыуҙырыу һәм нефть скважиналарын аммоний бифторид‑фториды ҡулланып эшкәртеү алымы уйлап табыла. Уның ҡатнашлығында ҡатламды гидравлик юл м‑н айырыу (илдә тәүгеләрҙән), скважиналарҙың забой эргәһе зонаһын өҫкө йөҙҙә актив матдәләр м‑н эшкәртеү технологиялары үҙләштерелә. 60 фәнни хеҙмәт, 6 уйлап табыу авторы. Сталин пр. лауреаты (1946). “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1943, 1948).

Хеҙм.: Гидравлический разрыв пласта (опыт нефтяников Башкирской АССР). М., 1958 (авторҙ.); Руководство по кислотным обработкам скважин. М., 1966 (авторҙ.).

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Илл.: Б.Г.Логинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019