Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛОЗБЕНЬ Иван Феофанович

Просмотров: 1235

ЛОЗБЕНЬ Иван Феофанович (1.6.1905, Седлец губернаһы Сбережье а. — 1.4.1976, Щёлково ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре, инженер‑технолог. Техник фәндәр кандидаты (1935). Г.В.Плеханов исемендәге Мәскәү халыҡ хужалығы институтын (1926), Юғары химик‑технология училищеһын (Мәскәү ҡ., 1930) тамамлаған. 1949 й. алып Стәрлетамаҡ сода‑цемент комбинаты директоры. 1958—63 йй. Башҡортостан ХХС-ы рәйесе урынбаҫары. Л. етәкселегендәге Стәрлетамаҡ сода‑цемент комбинатында кальцинирланған сода, шифер, цемент етештереү ойошторола. Ленин (1949), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, “Почёт Билдәһе” (1944) ордендары менән бүләкләнгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Т.П.Лелюх
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 13.09.2022