Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КУЗНЕЦОВ Иван Степанович

Просмотров: 813

КУЗНЕЦОВ Иван Степанович [? — 12.3.1774, Ырымбур губ. Өфө провинцияһы Баҡалы а. (хәҙ. БР‑ҙың Баҡалы р‑ны) янында], Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв бригадиры. Казактарҙан. Ырымбур казак ғәскәрендә хеҙмәт итә. Табын ҡәлғәһендә йәшәй. Ихтилалға 1773 й. нояб. ҡушыла. Дек. Исәт провинцияһының һәм Өфө провинцияһының көнсығышында йәшәгән завод эшселәрен баш күтәреүселәр ғәскәренә мобилизациялай, Өфөнө ҡамауҙа ҡатнаша. 1774 й. ғин. К. Салауат Юлаев м‑н берлектә Көңгөр ҡ. тирәһендә, февр. И.Н.Зарубин м‑н Өфө янында, мартта Ҡаранай Моратов, В.И.Торнов, И.И.Ульянов м‑н Нуғайбәк ҡәлғәһе һәм Баҡалы тирәһендә А.Л.Ларионов етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша. Алышта һәләк була.

Әҙәб.: Андрущенко А.И. Крестьянская война 1773—1775 гг. на Яике, в Приуралье, на Урале и в Сибири. М., 1969.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019