Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠОҘАШ РАХМАНҒОЛОВ

Просмотров: 657

ҠОҘАШ РАХМАНҒОЛОВ, башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Себер даруғаһы Ҡошсо улусы башҡорто. Ҡошсо улусы старшинаһы, мулла, 1739 й. алып Себер даруғаһының баш старшинаһы. Ихтилал барышында баш күтәреүселәргә, ғәйебен танырға тәҡдим итеп, хаттар ебәрә. 1737 й. ғин. ихтилал башлыҡтары Мәндәр Ҡарабаев, Төлкөсура Алдағолов, Юлдаш Һөйәрембәтовтан һәм ябай баш күтәреүселәрҙән властарға тоғролоҡ антын ҡабул итә. Мартта Себер даруғаһында тоғролар отряды башында Мәндәр Ҡарабаев отрядына ҡаршы һуғыша. Башҡа старшиналар м‑н берлектә, баш күтәреүсе Яҡуп Арыҫланов һәм Айыпты һаҡ аҫтынан ҡотҡарыуҙы һорап, В.Н.Татищевҡа мөрәжәғәт итә. Июндә Ҡ.Р. хужалығы Мәндәр Ҡарабаев отряды тарафынан туҙҙырыла. Һуңынан Ҡ.Р. Ҡәҙрәле Байҡышев һәм Миндийәр Арҡаев м‑н берлектә Себер даруғаһы Дыуанай улусы башҡорттарының хужалығын ҡыйрата. 1740 й. яҙында тоғро старшиналар м‑н берлектә Ҡараһаҡал ғәскәре м‑н һуғышта, Йәйсән Ҡарабашев м‑н берлектә Әләнйейәнғол Ҡотлоғужин һ.б. ихтилал етәкселәрен әсиргә алыуҙа ҡатнаша. Артабан Себер даруғаһының баш старшинаһы булып хеҙмәт итеүен дауам итә, бер үк ваҡытта Ҡошсо улусы старшинаһы була.

И.Ғ.Аҡманов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019